Рус телен өйрәнәләр10.10.2018
Рус телен өйрәнәләр12 — 14 октябрҙә Өфөлә Рәсәй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йәмғиәтенең VI “Хәҙерге Рәсәйҙә тел һәм мәҙәни процестар динамикаһы” конгресы үткәрелә.

Сара 2018 йылда ватан русистикаһы тормошонда ҙур ваҡиға буласаҡ. Уның эшендә бөтә кимәлдәге мәғариф учреждение­ларының рус теле уҡытыусылары, әҙәбиәт белгестәре, методистар, власть һәм идара итеү органдары, уҡыу әҙәбиәте нәшриәттәре вәкилдәре ҡатнаша. Конгресҡа Рәсәйҙән, сит илдәрҙән 500 делегат килеүе көтөлә.

Сарала рус телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу йүнәлештәре, педагогик кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре, рус теле өлкәһендәге дәүләт һәм йәмәғәт башланғыстары тикшереләсәк.


Вернуться назад