Башҡортостан Хөкүмәте йортонда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика журналистар премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. Сарала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, премияның комиссия ағзалары, республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.
Быйыл премияға 15 ҡәләм оҫтаһы һәм бер авторҙар коллективы дәғүә иткәйне, шуларҙың өсәүһе мәртәбәле исемгә лайыҡлы тип табылды. Йәмәғәт хәбәрсеһе Энгель Зәйнетдинов “Республика Башкортостан”, “Истоки” гәзиттәрендә, “Ватандаш” журналында сыҡҡан күләмле мәҡәләләре, Башҡортостан нефтселәренә арналған китабы өсөн билдәләнде. Уны шулай уҡ легендар Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлын өйрәнеүсе эҙәрмән булараҡ та беләбеҙ. “Киске Өфө” гәзите хәбәрсеһе Миләүшә Ҡаһарманова – журналистикала ла, әҙәбиәттә лә берҙәй үк әүҙем эшләүсе ижадсы. Уның халҡыбыҙҙың булмышына, көнитмешенә арналған мәҡәләләре һутлы теле, фекер тәрәнлеге, ҡәләм үткерлеге менән айырыла. Радиожурналист Венера Ситдиҡованың исеме лә республика йәмәғәтселегенә яҡшы таныш. Тәжрибәле журналистың фиҙакәр хеҙмәте һалынған “Башҡорттар”, “Рухиәт”, “Яҙмыштарҙа – ил тарихы” тапшырыуҙары тыңлаусыларҙы уйландыра, рухландыра.
– 1989 йылда уҡ барлыҡҡа килгән премия ысын мәғәнәһендә мәртәбәлеләрҙең береһе, һәм уға лайыҡлылар ғына дәғүә итә ала. Быйылғы премияның Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы алдынан бирелеүе уға тағы ла сағыулыҡ һәм төҫ өҫтәй. Бөгөн журналистар алдында бик ҙур бурыстар, маҡсаттар тора, сөнки тап һеҙҙең ярҙам менән республикабыҙҙың имиджы булдырыла. Киләсәктә лә үҙ һөнәрегеҙгә, ҡәләмегеҙгә тоғролоҡ һаҡлап, тыуған төйәгебеҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итерһегеҙ тип ышанам, – тине үҙенең ҡотлау һүҙендә Салауат Тәлғәт улы.