Үәт, исмаһам, бүләк!10.10.2018
Республика көнө алдынан Өфөнөң Ленин районында Башҡортостандың 100 йыллығына ҡарата сираттағы юбилей объекты — 1-се лицей реконструкциянан һуң ишектәрен асты. Төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡала халҡын ошо ваҡиға менән тәбрикләне.

— Лицейығыҙ тарихын беләм. Мәктәп танылыу яулаған, ул ысын мәғәнәһендә беренсе. Тағы ла күп йылдар дауамында беренсе булып ҡалыуығыҙҙы теләйем, — тине республика етәксеһе. — Ошо белем усағынан билдәле шәхестәр, бәлки, киң танылыу яуламаһа ла, республикабыҙ файҙаһына бик күп эштәр башҡарған кешеләр сыҡҡан. Башҡортостан, илебеҙ өсөн етди, көслө, аҡыллы шәхестәр әҙерләү йолаһы лицей эшмәкәрлегенең нигеҙен тәшкил итһен ине.

Уҡыу йортоноң тарихы 1920 йылда башлана. Үҙ бинаһы булмаған мәктәп урынды йыш алмаштыра һәм 1951 йылда ғына Социалистик урамдағы (әле — Мостай Кәрим урамы) ике ҡатлы бинаға күсә. 1968 йылда уға биш ҡатлы корпус менән спортзал һалына.

Әле реконструкция барышында өр-яңы дүрт ҡатлы корпус төҙөлгән, әүәлге биш ҡатлы корпус яңыртылған, ихата төҙөк­ләндерелгән. Ошо эшкә, Адреслы республика инвестиция программаһына ярашлы, 475,8 миллион һум аҡса йүнәлтелгән.

Әлеге лицей 775 урынға иҫәпләнә. Бинала 31 уҡыу класы, 315 урынлыҡ тамаша залы, ике спорт залы, баскетбол, волейбол өсөн универсаль майҙансыҡтар, балалар уйын майҙансығы, 400 урынлыҡ ашхана, китапхана-мәғлүмәт үҙәге, медицина блогы һәм башҡалар бар.

Республика Башлығы башланғыс кластар, биология, физика, технология кабинеттарын, ашхананы ҡарап сыҡты, уҡытыусылар менән аралашты. Кластарҙың барыһы ла интерактив программа-аппарат комплексы, интерактив таҡта, мультимедиалы проектор менән йыһазландырылған.
Дәрестәр һәм кластан тыш саралар өсөн Votum тест системаһы, РОСТ электрон баһалау технологиялары, барлыҡ фәндәр буйынса электрон дәреслектәр, дидактик электрон материалдар, электрон тренажерҙар файҙа­ланыла. Лицейҙа электрон документтар әйләнеше системаһы ғәмәлгә индерелгән, белем биреү процесында ҡатнашҡандарҙың барыһы ла электрон көндәлеккә тоташ­тырылған.

— Бик күркәм, сифатлы, юғары кимәлдә, — тип баһаланы Рөстәм Хәмитов кабинеттарҙың йыһазланышын.

Өр-яңы спортзалда төбәк етәксеһе ярышҡа старт бирҙе. “Атайым – иң яҡшыһы!” район социаль проекты нигеҙендә ойошторолған сара физик культура һәм спорт менән бергә шөғөлләнеү балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең спорт уйындарында ҡатнашыуы аша ғаилә мөнәсәбәттәрен нығытыуға йүнәлтелә.

— 1-се лицей ҡарамағында ошондай һоҡланғыс спорт залын төҙөү идеяһы башына килгән кешегә рәхмәт әйтергә теләйем, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бик яҡшы фекер. Шулай уҡ был идеяны тормошҡа ашырыу­сыларға ла ҙур рәхмәт.


Вернуться назад