Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин бер тауыштан Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары ректорҙары советы рәйесе итеп һайланды.
2015 йылдан быға тиклем был вазифаны Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин биләгәйне. Ул Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға эшкә күсте.
Ректорҙар советы эшенең төп маҡсаттарының береһе – вуздарҙың һөнәри белем биреү системаһы эшмәкәрлеген һөҙөмтәлерәк итеп ойоштороу.