Төштәремә инә һаман һуғыш15.05.2012
Төштәремә инә һаман һуғышДауахана палатаһында бишәүбеҙ. Тәүге тамыҙғыстан һуң хәлһеҙ булып ятам. Ҡаршымда, сынаяҡ тотоп, өлкән йәштәге апай тора.
— Ҡыҙым, ҡайнар сәй эсеп ал, шәбәйеп китерһең, — тине ул.
Мөләйем йөҙлө ҡатын Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зәйнәп Килдейәрова булып сыҡты. Ул 1924 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Кәшеүән ауылында тыуған. Әсәһе Сәхипьямал да, атаһы Бәхтиғәни ҙә тотош ғүмерен шул райондың Совет исемендәге колхозында эшләп уҙғара. Татыу ғаиләлә ун бер бала үҫә. Зәйнәп IХ класты тамамлауға Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Ғаиләләренән Шакирйән, Ихсан, Фәйзрахман, Ҡәүи үҙ теләге менән фронтҡа китә.
Күп тә үтмәй, йөрәктәргә шом-хафа һалып, ауылға “ҡара ҡағыҙ”ҙар килә башлай. Фәйзрахман менән Ҡәүи Тыуған ил өсөн башын һала, ә көҙ алты йәшлек ҡустыһы муйыл йыйған саҡта фажиғәле һәләк була.
1942 йылдың мартында ун һигеҙ йәше тулған ҡыҙҙарҙы комсомолдың башҡарма комитетына йыйып алалар.
— Бөгөнгөләй хәтеремдә: хәрби комиссариат башлығы ҡырҡлаған ҡыҙға илдәге хәл тураһында һөйләне лә: “Һеҙ Тыуған илебеҙҙе дошмандан һаҡларға әҙерме?” — тип һораны. Бөтәбеҙ ҙә аяғүрә баҫып: “Әҙербеҙ!” — тинек. Шунда уҡ сәләмәтлегебеҙҙе тикшерҙеләр ҙә саҡырыу ҡағыҙы көтөргә ҡуштылар. Һуғышҡа барыуымды ишеткәс, әсәйем һыҡтап илап ебәрҙе. Атайым: “Беҙ — хөкүмәт кешеләре, закон ҡушҡас, бараһың инде, балам”, — тине һағыш менән, — тип иҫенә төшөрә Зәйнәп Бәхтиғәни ҡыҙы етмеш йыл элек булған хәлде.
6 майҙа ҡыҙҙарҙы Өфөгә килтерәләр һәм шул көндә үк, винтовка, автомат менән таныштырып, хәрби әҙерлек үткәрә башлайҙар. 1942 йылдың 10 майында Башҡортостандан 2 400 ҡатын-ҡыҙ фронтҡа юллана. Сталинградҡа еткәс, уларҙы частарға бүләләр. Зәйнәп Бәхтиғәни ҡыҙы Карелия фронтының зенит-артиллерия дивизияһына эләгә. Тәүге һуғыш сирҡанысын да шунда ала. Ул дошман самолеттарын утҡа тоторға тейеш була, бының өсөн өс ай йәш боецтар курсында уҡып сыға.
— Һуғыш — ул ҙур фажиғә! Тәүге үлемде Сталинград эргәһендә күрҙем. Бында 1942 йылдың июленән 1943 йылдың февраленә тиклем хәл иткес алыш барғанын беләһегеҙҙер. Ҡабырғаларына, ҡанат аҫтарына тәре төшөрөлгән дошман самолеттары, күк йөҙөн ҡаплап, йөрәккә шом һалып, ажғырып килә. Ташлаған бомбаларҙан ҡот осҡос шартлау, гөрһөлдәү, үкереү яңғырай, тирә-яҡта — ҡара төтөн. Ҡолаҡ төбөндә — үҙәк өҙгөс ыңғырашыу тауыштары... Был көн бер ваҡытта ла хәтеремдән сыҡманы. Бик күптәр яраланды. Ике әхирәтемде юғалттым. Береһе — Украинанан, икенсеһе Башҡортостандың Кушнаренко районынан ине. Һуғышты һаман да төштәремдә күреп уянам. Әле генә эргәңдә йүгереп йөрөгән егет һәм ҡыҙҙарҙы юғалтыу үтә лә ауыр ине, — ти ҡаһарман ҡатын.
Зәйнәп Бәхтиғәни ҡыҙы хеҙмәт иткән часты көҙ Мурманск өлкәһенә күсерәләр. Юлда эшелондары бомбаға эләгә. Иҫән ҡалғандар көндөҙ йәшенеп ята, төнөн юлын дауам итә. Үлем ҡурҡынысына өҫтәлеп, аслыҡ башлана: иҫәпле генә паектары тиҙ бөтә. Ниндәй генә ғазап кисерһәләр ҙә, улар илдең тоғро һалдаттары булып ҡала, еңеү өсөн үҙ-үҙҙәрен аямай көрәшә. Алыштарҙың береһендә ҡыйыу ҡыҙ яралана.
— 1943 йылдың 23 майында хәҙерге Карелия Республикаһының Лоухи ҡасабаһында бомбаға тоттолар. Өс дошман самолетын атып төшөрөргә өлгөрҙөк. Шул мәл һалам, утын менән ҡапланған снарядтарыбыҙ шартлай башланы. Бындай ваҡытта тәжрибәле зенитсылар ҙа бер ни эшләй алмай. Үҙебеҙҙең шартлатҡыстарҙан һәм немец бомбаларынан егермегә яҡын егет һәм ҡыҙ һәләк булды, бишәүебеҙ яраландыҡ, — тип хәтирәләрен дауам итә фронтовик.
Еңеү хәбәрен ул Риганан алыҫ түгел ерҙә һаҡта торғанда ишетә. Күптән көткән шатлыҡлы хәбәр, йөрәккә һыймай, күҙ йәштәре булып аға. Яугир ҡыҙ 1945 йылдың авгусында тыуған ауылына ҡайта.
Хәрби комиссариатта ике ай ял вәғәҙә итһәләр ҙә, бер нисә көндән Зәйнәп Бәхтиғәни ҡыҙын район Советының кадрҙар секторы мөдире итеп эшкә саҡыралар.
Бер ялда Илтуған ауылына мәрхүм Фәйзрахман ағаһының ғаиләһен күрергә бара. Шунда үҙе кеүек ауыр яу юлын үткән Сәйет Килдейәров менән осраша. Өйләнешкәс тә, егетте Учалы хәрби комиссариатына эшкә ебәрәләр. Кейем һәм ашау яғы наҡыҫ булһа ла, иңгә-иң терәп, татыу йәшәй яугирҙәр ғаиләһе.
Сәйет Фәйзрахман улы 1939 йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә алына һәм шунан тура һуғышҡа китә. Булдыҡлы егет рота командиры урынбаҫары, һуңынан командир була.
1942 йылдың авгусындағы ҡаты бәрелештәрҙең береһендә һул ҡулы менән ҡабырғаһын дошман пуляһы тетеп үтә (һуғышта барлығы алты тапҡыр яралана, имен ере ҡалмай тиерлек). Өс ай Гурджаани (Грузия) ҡалаһы госпиталендә дауаланғандан һуң киренән сафҡа баҫа. 1945 йылдың 13 февралендә Польшаны азат иткән саҡта снаряд ярсығы йөҙөн йәрәхәтләй, контузия ала. Еңеү хәбәрен госпиталдә ишетә. Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлыҡтары өсөн уны Ҡыҙыл Йондоҙ һәм I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр.
Сәйет Фәйзрахман улы яу юлын үтеп ҡайтыу менән ең һыҙғанып эшкә тотона. Учалыға күскәнгә тиклем Мишкә районының хәрби комиссариатында өлкән инструктор булып эшләй, гел етәксе вазифаларға тәғәйенләйҙәр.
Зәйнәп менән Сәйет Килдейәровтар татыу тормошта ике бала үҫтерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш эҙемтәләре ғаилә башлығын был донъянан бик иртә алып китә. Марат улдары ла, ауыр ҡайғыға һалып, өйләнергә лә өлгөрмәй вафат була. Ҡыҙҙары Эльза “Өмөт” балалар приютына етәкселек итә.
Яугир әсәгә быйыл — 88 йәш. Олоғайҙым, тип зарланмай ул, һаман өтәләнеп, ҡыҙына, ейәндәренә, бүләләренә хәленән килгәнсә ярҙам итә, уларҙың һөйөүен тойоп йәшәй.
Әҡлимә САФИНА.
Учалы ҡалаһы.


Вернуться назад