Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы 2019 йылдағы байрам көндәрен иғлан итте. Ҡасан ял итәсәкбеҙ һуң?
1, 2, 3, 4, 5, 6 һәм 8 ғинуар – яңы йыл каникулы;
7 ғинуар – Раштыуа байрамы;
23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө;
8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө;
1 май – Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы;
9 май – Еңеү байрамы;
4 июнь – Ураҙа байрамы;
12 июнь – Рәсәй көнө;
11 август – Ҡорбан байрамы;
11 октябрь – Республика көнө;
4 ноябрь – Халыҡтар берҙәмлеге көнө.
Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән шәмбе 5 ғинуарҙағы ял көнө – кесе йома 2 майға, йәкшәмбе 6 ғинуарҙағы ял көнө – йома 3 майға, шәмбе 23 февралдәге ял көнө йома 10 майға күсерелде.