Балыҡсыларҙың ижади кеше икәне сер түгел. Манный ярмаһынан иҙмә яһауҙарына ҡарап та әйтергә була быны.
Ул ысулды өлкән быуын вәкилдәре беләлер. Йәш быуынға ла өйрәтеү бер ҙә хилаф булмаҫ. Иҙмәне әҙерләү өсөн һауыт, болғатырға бәләкәй ҡалаҡ, йылға һыуы (крандан аҡҡан бармай), манный ярмаһы кәрәк. Барыһы әҙер булғас, һауытҡа өс ҡалаҡ ярма һалып, өҫтөнә сыҡҡансы һыу һалабыҙ.
Ҡапҡасын ябып, берәй сәғәткә ултыртып ҡуябыҙ. Ошо ваҡытта ярма бүртә. Шунан һуң ярты сәғәт буйы тиҙ-тиҙ болғатабыҙ. Һуҙылып торған ҡуйы масса барлыҡҡа килә. Уны медицина шприцына тултырабыҙ ҙа ябып ҡуябыҙ.
Көҙ табанға йөрөгәндәр был массаға һарымһаҡты ҡырғыс аша үткәреп ҡуша ала. Ванилин өҫтәп, ҡорман, һаҙан, карп эләктерергә лә мөмкин.
Болғатып әҙерләнгәс, был иҙмәне балыҡсылар “болтушка” тип йөрөтә.