Һағындыраһың, ағай!..09.10.2018
Бер ике-өс йыл үткәндер был осрашыуға. Йомош менән “Ағиҙел” журналы редакцияһына һуғылып сығырға булдым. Өҫкө ҡатҡа күтәрелһәм, ҡоласын йәйеп Сабир ағай Шәрипов ҡаршы алды.

Үҙемдең һорауҙы биргәс:
– Ҡуй әле, ҡустым! Әйҙә, тәбиғәткә сығып әйләнәйек, кабинетта ултырып ялҡып киттем, – тип шаярта-шаярта китаптар араһынан ниҙер эҙләргә кереште.

Үҙе балыҡ тотҡаны, төрлө мажараларҙы нисек үткәргәне тураһында ихлас, күҙен ҡыҫа биреп, балаларса йылмайып һөйләй. Баҡтиһәң, минең балыҡсы икәнде белеп, китаптарын әҙерләгән икән. Уларҙы автограф менән бүләк итте. Тәбиғәт, балыҡ тотоу тураһында торғаны бер “аяҡлы энциклопедия” ине ул.

– Бына, ҡустым, балыҡтар тураһында китап-мәҡәләләр көндән-көн күбәйә, ә балыҡ, киреһенсә, аҙая бара бит… – тип көрһөнөп ҡуйҙы ағай.
Ул яҡташым Нәсих Хәлисовҡа бүләк иткән китабына ошондай юлдар яҙған: “Нәсих туған! Ысын балыҡсы тәбиғәтте һөйә, тимәк, кешеләрҙе ярата, тормошто ла тәрәнерәк аңларға ынтыла. “Һыу буйында” кәрәге тейер, ти Сабир ағайың, күршең”.

Үҙенең тәьҫораттарын һәр саҡ ихлас бүлешер, алсаҡлығы менән күңелде арбар ине Сабир ағай. Константин Паустовский әйтмешләй: “Балыҡсылар – улар бөйөк уйлап сығарыусылар, шағирҙар, әкиәтселәр. Күңелең тәбиғәттә булмаһа, яҙып ҡара берәй әҫәр!” Сабир ағайҙың кешелеклелеге, ябайлығы, тәжрибәһе менән уртаҡлаша белеүе хайран ҡалдыра ине мине. Инйәр буйҙарын һағына торғайны. Әле һаман да ул беҙҙең арала кеүек: оло шәхес, яҙыусы, атай һәм балыҡсы!


Вернуться назад