Дөйөм стаж – 150 йыл!09.10.2018
“Башҡортостандың иң яҡшы педагогик династияһы” республика конкурсы үтте. Унда 77 уҡытыусылар династияһы көс һынашты.

Йәрмәкәй районы данын яҡлаған Шайғановтар ғаиләһенән Фәхерниса инәй һуғыш йылдарында Йәрмәкәй ауылында балалар баҡсаһы мөдире булған, ә иң йәше Айгөл Шайғанова – бөгөн Октябрьский ҡалаһының “Йондоҙсоҡ” балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Ғөмүмән, был уҡытыусылар династияһының педагогик дөйөм стажы – 150 йыл! Конкурстың “Йөрәгемде кескәйҙәргә илтәм!” номинацияһында Шайғановтар II урынды яуланы.


Вернуться назад