Ҡайҙа йөрөһә лә, тыуған ерен данлай09.10.2018
Ләйсән Зәйнетдинова һәр сәфәргә үҙе менән башҡорт милли ҡоралдарын ала.

– Ун ете йәшемдән алып республикабыҙҙың район-ҡалалары буйлап дуҫтарым менән сәйәхәт итә башланым, былтыр Ҡырымда ял иттем. Сит илгә беренсе тапҡыр егерме бер йәшемдә сыҡтым: Ҡытайға үҙем белем алған Башҡорт дәүләт университетынан “Волга – Янзцы” рус-ҡытай форумына барҙым. Ярты йылдан Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрен, Оманды күреү бәхете тейҙе. Был йәй Төркиәлә һәм Болғар илендә булдым.

Ғәрәп Әмирлектәренә юлланыу тарихы көтмәгәндә килеп сыҡты: әхирәттәрем менән “янып барған” юлламаларға юлығып, бер нисә сәғәт эсендә юлға сығыу ҡарарына килеп, бар мәсьәләләрҙе лә хәл итеп ҡуйҙыҡ. Сәйәхәт ваҡытында бер аҙна эсендә биш Әмирлектә булдыҡ, сафариҙа йөрөнөк, Һинд океанында йөҙҙөк.

Болғар иленә ҡоро сәйәхәт итергә генә барманым, унда уҙған йәйге семинарға махсус рәүештә телде өйрәнеү өсөн юлландым. Был юлы ла уҡыу йорто аша килеп сыҡты сәфәр, сараға эләгеү өсөн тәүҙә университетта үткән бәйгелә еңеү яуларға кәрәк ине. Семинарҙа донъяның төрлө ерҙәренән төрлө йәштәге болғар телен өйрәнергә теләгәндәр араһында балалар ҙа өлкәндәр ҙә етерлек ине.

Көндөң иртәнге сәғәттәрен беҙ тулыһынса болғар телен өйрәнеүгә бағышланыҡ. Семинарға бер көнгә һуңлап килеүем сәбәпле, үҙем дә белмәйенсә, сит телдә иркен аралашҡандар араһына эләктем. Мин, болғар телендә “Сәләм! Минең исемем Ләйсән!” тип тә әйтә белмәгән көйө... Шуға ла ауырлыҡтар булды. Миҫалға, болғар телендә ваҡыт төрө өсәү түгел, ә туғыҙ.

Иртәнән кискә тиклем телде өйрәнеү буйынса дәрестәр уҙһа, киске сәғәт 5-тән алып 6-ға тиклем болғар йырҙарын, 6-нан 7-гәсә бейеүҙәрен өйрәндек. Был иҫ киткес күренеш әле лә күҙ алдымда: мөһабәт тауҙар фонында ҡулға-ҡул тотоношоп әллә нисәмә кеше бейей. Әйткәндәй, болғарҙар үҙҙәренең халыҡ бейеүҙәрен “халыҡ фольклор уйындары” тип йөрөтә. Бейеү ваҡытында барыһы ла әйлән-бәйләндәге һымаҡ етәкләшә, һәм бар көс аяҡҡа төшә – төрлө хәрәкәттәр эшләргә тура килә.

Семинар тамамланғас, был илдә тағы ла ун көн тирәһе яңғыҙ сәйәхәт итергә ҡарар иттем. Ул тойғоно әле лә онотмайым: төн, ете-ят ерҙә ҙур сумаҙанымды һөйрәп китеп барам, үҙем уйлайым: “Хәҙер минең менән бер-бер хәл була ҡалһа, бер кем дә белмәйәсәк...”

Ҡайҙа ғына юлланһам да, үҙем менән гел башҡорт милли музыка ҡоралдарын алам. Поезда китеп барғанда, мәҫәлән, ҡумыҙҙа уйнағанымды ишетеп уратып алалар, ҡыҙыҡһыналар. Мин уларға Башҡортостан, башҡорттар хаҡында һөйләйем. Донъяның һәр мөйөшөндә лә тәү сиратта тыуған ереңде данлап йөрөргә кәрәктер тигән уйҙамын.


Вернуться назад