Яҡташыбыҙ сәфәргә бар ғаиләһен ала09.10.2018
Руслан Алмаевтың балаһы ла сәйәхәттә тыуа.

– Ғүмер буйы өй тауығы кеүек ултырып булмай бит, сәйәхәт итке килеп китте лә, егерме йәштәр тирәһендә бер үҙем сәфәргә юлландым. Беренсе тапҡыр барып күргән сит илдәр Латвия, Литва, Швеция, Дания, Германия ине. Уларҙан тыш тағы Эстония, Швеция, Төркиә, Польша, Чехия, Австрия, Нидерланд, Бельгия, Франция, Испания, Италия, Ватикан, Венгрия, Сербия, Македония, Греция, Грузия, Азербайжан, Ҡазағстан, Ҡытай, Вьетнам, Камбоджа, Таиланд, Малайзия, Лаос, Мьянма, Һиндостан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Непал, Индонезия, Сингапур, Гонконг, Филиппин илдәрендә булдым.

Айырым бер ил күңелгә ятты, тип әйтә алмайым, сөнки барыһы ла һинең ҡара­шыңдан тора. Сәйәхәт иткәндә иң ҡыйыны – ул башлау һәм туҡтау.
Ғаилә менән йөрөргә яратабыҙ. Бәпесебеҙгә әле 10 ай, Бали утрауҙа­рында донъяға килде. Уға өс ай саҡта беҙ Филиппин утрауҙарына, Малайзияға, Һиндостанға сәйәхәт ҡылдыҡ һәм Рәсәйгә ҡайттыҡ. Бәләкәй бала менән сәфәргә сығырға теләгәндәргә тик бер генә кәңәш: ҡурҡмағыҙ.


Вернуться назад