Һәләтле балаларға – Мең ырыуы премияһы09.10.2018
Бишбүләк районында Уҡытыусылар көнөндә һәләтле уҡыусыларға тәүге тапҡыр Мең ырыуының премияһы тапшырылды. Яҙғыһын Өфөлә уҙған меңлеләр йыйынында уны булдырыу тураһында һүҙ ҡуҙғатылғайны.

Меңлеләр ҡоро етәксеһе Әхнәф Тимербулатов туған тел буйынса төбәк-ара һәм республика күләмендә үткәрелгән конкурстар еңеүселәре булған алдынғы уҡыусыларға – Артур Нафиҡовҡа (Ҡаныҡай урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы) һәм Камилла Ишмөхәмәтоваға (Ҡаныҡай урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы), Аня Петроваға (Йылбулаҡтамаҡ мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы), Алһыу Фәйзуллинаға (Бишбүләктәге 2-се мәктәптең 5-се класс уҡыусыһы), Айгөл Лоҡмановаға (Бишбүләктәге 1-се мәктәптең 7-се класс уҡыусыһы), Эллина Новиковаға (Ҡушйылға мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы), Алһыу Янышеваға (Дим урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы) был мәртәбәле премияны тапшырҙы. Шулай уҡ уларҙың һәр ҡайһыһына Мәрйәм Бураҡаеваның китабы бүләк ителде.

Туған телде һәм милли йолаларыбыҙҙы пропагандалауға, һаҡлауға һәм үҫтереүгә өлөш индергәне өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһынан Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова (Ҡаныҡай урта мәктәбе) менән Гөлнара Тимерғәли ҡыҙы Ғәлимова (Бишбүләктәге 1-се урта мәктәп) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Был байрам сараһынан алда ғына Бишбүләк районы башҡорттары ҡоролтайының ултырышы булып үткәйне. “Мең ырыуы союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы етәксеһе Әхнәф Дәүләтйәр улы Тимербулатов, Бишбүләк башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Альфред Әхәт улы Шәймәрҙәнов, яҙыусы, Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты Фәнис Янышев, урындағы ҡоролтай ағзалары һәм районыбыҙҙың башҡорт теле уҡытыусылары милләт, тел яҙмышына бәйле мәсьәләләр буйынса фекер алышты.


Вернуться назад