Бала саҡтан уҡ атай-әсәйҙәр, ололар төрлө теләк араһында ҡыйыу булырға саҡыра башлай. Беҙ уҡып үҫкән барлыҡ әкиәттәрҙә лә һәр саҡ батырҙар еңеүгә өлгәшә. Тик бөгөн, ниңәлер, батыр, ҡыйыу тигән һүҙҙәр боронғолоҡ кеүек ҡабул ителә, йә күптәр көрәш майҙанында еңеүсене күҙ алдына килтерә. Әммә батырҙың төп өҫтөнлөгө көс түгел бит, ә ҡыйыулыҡ һәм яҡшылыҡ. Яуыз дошман да, аждаһа-дейеүҙәр ҙә ҡеүәтле, ләкин уларҙың барыһын да ҡурҡыу белмәҫ, аҡыллы кеше еңеп сыға. Бөгөн ҡыйыулыҡ ҡайҙа һәм ҡасан күренергә тейеш икән, әллә ул сифат хәҙер кәрәкмәйме?
Ата-бабабыҙ борондан уҡ беҙҙә лидерлыҡ, ысын батырлыҡ, етәкселек сифаттарын тәрбиәләргә тырышҡан. Ни өсөн тигәндә, бизнес үҙенсәлектәренә йә етәкселек итеү серҙәренә өйрәткән ниндәй генә китапты алып уҡыма, барыһында ла иң беренсе ҡыйыулыҡтың мөһимлеге билдәләнә. Быны башҡорт халыҡ мәҡәлдәре, әйтемдәре лә иҫбатлай. Мәҫәлән, ҡыйыулыҡ – ярты бәхет. Бындай мәғәнәле мәҡәл-әйтемдәр, билдәле булыуынса, ифрат күп. Тимәк, бәхеткә ынтылған кеше ҡыйыу булырға тейештер.
Айырыуса глобалләшеү мәлендә “ҡояш аҫтында урын алыу”, йәғни ниндәйҙер үрҙәргә күтәрелеп, абруй яулап, атай-әсәйеңде, ғаиләңде яҡшы ҡарау өсөн ҡыйыу булырға кәрәк. Ул үҙеңдән башлана. Ҙур һәм изге маҡсаттар ҡуйып, шуларға өлгәшергә тырышыу мөһим. Беҙҙең бөркөт кеүек һәр саҡ юғарылыҡҡа, күңел азатлығына ынтылған халҡыбыҙ өсөн борондан хас сифат был, уны юғалтырға ярамай. Һәр беребеҙ ҡыйыу булып, аҡыллы, заманса фекер йөрөтөп, алғы сафта барырға ынтылырға, башҡорт абруйын тағы ла күтәрергә, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡларға һәм үҫтерергә тейеш. Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди, Рәми Ғарипов кеүек шәхестәребеҙ һалған юл был.