Алдынғы ҡарашлы йәштәр үҫә09.10.2018
Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында “Парламент һайлауҙары-2018. Йомғаҡ һәм киләсәк” тип аталған “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Унда, дәүләт эшмәкәрҙәренән тыш, республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары студенттары ла ҡатнашты.

Башҡортостан Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Илгиз Ҡыҙырғоловтың һүҙҙәренә ҡарағанда, һөйләшеүгә студенттарҙы саҡырыу тиккә түгел, сөнки лекция тыңлау миҙалдың бер яғы булһа, сәйәсмәндәр менән ошондай осрашыуҙарҙа ҡатна­шыу – бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Йәш­тәр­ҙең ил һәм донъя яңылыҡтары тура­һында хәбәрҙар булыуы, ә республика һулышын тойоуы тураһында һүҙ ҙә юҡ, һәр йәһәттән дә отошло. Заман менән бергә, хатта унан бер аҙым алда ба­рырға тейеш киләсәк менән йәшәгәндәр.

Ошо көндәрҙә социология фәндәре кандидаты Рөстәм Ишмөхәмәтов Дәү­ләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары итеп һайланды. Тәүҙә ул йәштәрҙе үҙенең тормош юлы менән таныштырҙы.

– Үткән саҡырылыштан айырмалы, был юлы төрлө фракцияларҙың күп булыуы иғтибарҙы йәлеп итә, – тине Рөстәм Рифат улы. – Фракция-ара бәйләнештәр нығына. Әле төп бурыс – 2019 йылға республика бюджетын ҡабул итеү. Депутаттар корпусы ла үҙгәрҙе, ул 75 процентҡа яңырҙы, парламентҡа йәш депутаттар һайлан­ды. Был — ыңғай күренеш, сөнки уларҙың һәр береһе яңы идея менән килә, заман һулышын тойоп фекер әйтә.

Рөстәм Рифат улы билдәләүенсә, иҡтисадта, йәмәғәт мөнәсәбәттәрендә хоҡуҡи кимәлдә көйләүҙе талап иткән яңы йүнәлештәр барлыҡҡа килә. Быйыл көҙ федераль закондарҙың үҙ көсөнә инеүе – шуға асыҡ миҫал. Парламен­тарийҙарҙың бурысы – тормоштағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеп барыу, бөтә нескәлектәрҙе лә иҫәпкә алыу.

Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты студенты Ләйсән Йәнбәкова белдереүенсә, мәктәптә уҡығанда уҡ сәйәсәт менән ныҡлап ҡыҙыҡһынған, бер үк ваҡытта Баймаҡ ҡалаһында ойошторолған төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан. Бөгөн иһә юлға сыҡҡанда айырыуса тулҡынланыу кисергән, ни тиһәң дә, академияға беренсе тапҡыр аяҡ баҫҡан. Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм юрист һөнәрен үҙләштерәсәк Ләйсән Нуриман ҡыҙы өсөн закон проекттары әҙерләгән депутаттар менән “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыу мәртәбә, ул киләсәктә юғары даирәләрҙә эшләргә теләүен йәшермәй.

Ошо уҡ уҡыу йорто студенты Әҙилә Ғәлиева һөйләүенсә, үрҙәрҙе яуларға ынтылған һәр йәш кеше маҡсатына өлгәшмәй ҡалмай. Бигерәк тә хәҙер ныҡышмалылыҡ һәм тырышлыҡ кәрәк. Ләйсән әхирәте шикелле, уны ла “депутат”, “парламент”, “закон сығарыу” кеүек төшөнсәләр ҡыҙыҡһындыра.

Студенттар вице-спикерға төрлө һорауҙар бирҙе. Берәүҙәр карьера баҫҡыстары тураһында белеште, икен­селәр белем эстәүгә һәм ғилемле­леккә баҫым яһаны, бүтәндәр закондар сығарыу нескәлектәренә төшөнөргә тырышты.


Вернуться назад