Байрамдары уңайынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы”, “Йылдың йәш уҡытыусыһы” республика конкурстары еңеүселәрен ҡотланы.
– Һеҙ төплө белем биреп кенә ҡалмайһығыҙ, ә шәхес тәрбиәләүҙә лә әүҙем ҡатнашаһығыҙ, – тине Константин Борисович. – Бөгөн мәғариф системаһын үҫтереү буйынса илебеҙ етәкселеге тарафынан ифрат ҙур эштәр башҡарыла, мәғариф тармағы – дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе. Рәсәй Президенты ла был хаҡта йыш сығыш яһай.
Парламент спикеры билдәләүенсә, уҡытыусы һәр ваҡыт эҙләнергә, белемен камиллаштырырға тейеш, сөнки хәҙер төрлө яҡтан мәғлүмәт күп ағыла. Балаларҙы яҡшылыҡҡа өндәү, изге маҡсаттарға дәртләндереү белем биреү менән бергә алып барыла.
Константин Толкачев сәфәре барышында халыҡ, бигерәк тә педагогтар менән даими осрашыуы тураһында һөйләне, мөғәллимде борсоған мәсьәлә уға ла ят булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды, хәл-торошто еңеләйтеү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашырырға тырышыуҙы белдерҙе.
Өфө ҡалаһындағы 5-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, быйыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында ойошторолған республика конкурсында еңеү яулаған Нурзилә Нәҙерғолованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ул быға тиклем дә үткәрелгән бәйгеләрҙә ҡатнашып әҙме-күпме сыныҡҡан. Мәҫәлән, студент йылдарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара ярышында II урынды алған, артабан инде ҡала кимәлендәгеһендә “Милли традицияларҙы һаҡлау” номинацияһында алдынғылыҡты бирмәгән. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу дуҫтар табыуға булышлыҡ иткән, ул аныҡ маҡсаттар билдәләргә өйрәткән.
– Бөгөнгө башҡорт теле уҡытыусыһы заман менән бергә атларға, яңы алымдарҙы ҡулланырға тейеш, – тине сығышы менән Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан булған Нурзилә Дәүләтгәрәй ҡыҙы. – Үҙем уҡытыусылар ғаиләһендә үҫтем, атайым да, әсәйем дә һәр ваҡыт һәр йәһәттән дә үҫеш яғында булды.
Шулай уҡ Өфө ҡалаһының 110-сы мәктәбенән Любовь Александрова (физика уҡытыусыһы), 60-сы лицейҙан Евгения Рощупкина (биология), 130-сы мәктәптән Артем Баянов (математика), Стәрлетамаҡ ҡалаһының 20-се мәктәбенән Римма Ғәлиева (татар теле һәм әҙәбиәте), 7-се мәктәптән Олег Саргаев (информатика) Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау хаты менән бүләкләнде.