Бындай бина хатта ҡайһы бер ҡалаларҙа ла юҡ.
Яна Шәрәфетдинова иртәнсәк ике йәшлек улын балалар баҡсаһына илтеп ҡуя ла сәғәт 12-лә кире килеп ала. Малай бында өс сәғәт тирәһе тиҫтерҙәре менән төрлө уйындарҙа ҡатнаша, иң мөһиме – күмәк балалар араһында үҙен ышаныслы тоторға өйрәнә. “Ҡыҫҡа ваҡытлы йөрөү осоро тамамланып килә, әгәр бәләкәсем тәүге көндәрҙә мыжып бер булһа, хәҙер өйрәнде инде. Киләһе аҙнанан тулы көнгә ҡалдырып китә алам, тимәк, эшкә сығасаҡмын. Йортобоҙ янында ошо баҡсаны төҙөү башланғас, улыбыҙҙы тик шунда ғына бирәсәкбеҙ тигән һүҙебеҙ бар ине. Заманса йыһазландырылған мәғариф учреждениеһында уны һәр яҡлап үҫтереү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты йәш әсәй.
Үрге Тәтешле ауылындағы балалар баҡсаһы быйыл йәй файҙаланыуға тапшырылған. Объект Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан төҙөлгән. Бөтәһе 1,5 – 7 йәшлек 120 малай һәм ҡыҙ йөрөй, улар алты төркөмгә бүленгән. 24 хеҙмәткәр тупланған, һәр береһе үҙ эшенә яуаплы ҡарай.
– Өр-яңы балалар баҡсаһының төҙөлөүен ата-әсә йәй бүләге тип ҡабул итте, – тип һөйләй Үрге Тәтешле ауылындағы 5-се “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһы мөдире, үҙе лә өс бала әсәһе Индира Лоҡманова. – Маҡтанып та алайым әле: хатта ҡайһы бер ҡалала бындай бина юҡ. Бүлмәләр яҡты һәм иркен, бәләкәстәрҙең аяғы өшөмәһен өсөн бөтә ергә лә балаҫтар түшәгәнбеҙ. Хәйер, беҙҙә һәр саҡ йылы. Бынан тыш, кескәйҙәр өсөн төрлө түңәрәктәр ойошторолған, балалары сит телде лә өйрәнһен тигән маҡсаттан сығып өлкәндәрҙең күбеһе инглиз телен һайлаған. Һәр кем сынығып үҫһен өсөн спортҡа ла иғтибар көслө. Үҙебеҙҙә шәфҡәт туташы, психолог, логопед бар.
“Ҡыңғырау” төркөмөндәге 20 баланы Гөлнара Дәүләтханова хәреф танырға, ҡәләм тоторға, һүрәт төшөрөргә өйрәтә. Утыҙ йылға яҡын педагогик тәжрибәгә эйә тәрбиәсенең һүҙҙәренә ҡарағанда, элекке балалар менән бөгөнгөһөн сағыштырыу ер менән күк араһы тиерлек булмаһа ла, айырма ҙур ғына. Хәҙерге малай һәм ҡыҙҙарҙы тормошҡа әҙерләү күпкә еңел, сөнки улар ныҡ ҡыҙыҡһыныусан, һорау бирергә тартынмай, күп нәмәне белергә ынтыла.
Эргә-тирә балаларҙың шат тауышына күмелде. Йоҡлап һәм ашап алғандан һуң тышҡа уйнарға сыҡҡандар икән. Һәр төркөмдөң үҙенең тәғәйен урыны бар, улар бай итеп йыһазландырылған. Мәҫәлән, малайҙарҙың автомобиль йәки робот яратыуын күҙ уңында тотоп, уйынсыҡ машиналар һалынған. Билдәле, ҡыҙҙарҙың ҡурсаҡҡа иҫе китә, ниндәйе генә юҡ! Ҡыҫҡаһы, тамағы туҡ бала һәр төрлө уйында теләп ҡатнаша, уйнай-көлә. Ысынлап та, “Аҡ сәскә” балалар баҡсаһында ҡыҙ һәм малайҙарға һәр йәһәттән дә уңайлы шарттар тыуҙырылған.