Ташламалы осорҙан файҙаланып09.10.2018
Бөгөн – интернет заманы, тиһәк тә, ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ихтыяж һәм иғтибар кәмемәй. Гәзит-журналдар халыҡтың рухын байыта, мәғлүмәтле итә. Был эштә почта хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге ҙур әһәмиәткә эйә. Ваҡытлы матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы улар өсөн айырыуса яуаплы осор һанала.

Почтальондар үҙҙәре хеҙмәтләндергән ауылдарҙа һәр кемде яҡшы белә һәм уның рухи донъяһын, зауығын аныҡ күҙаллай. Шунан сығып, уларға ҡыҙыҡһынып уҡырлыҡ гәзит-журналды тәҡдим итәләр. Йәнә халыҡта теге йәки был баҫмаға ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн почтальондар үҙҙәре лә ваҡытлы матбуғат өлгөләре менән танышып барырға, мәғлүмәтле булырға тейеш.

Тәтешле районы почта бүлексәләрендә нәҡ ошо талаптарға яуап биргән хеҙмәткәрҙәр эшләй. Коллективта ҡырҡҡа яҡын почтальон хеҙмәт һала. Уларҙың һәр береһе үҙенә тапшырылған бурысты намыҫ менән башҡара. Ә почтальондарҙың хеҙмәте еңелдән түгел. Йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, юлға сығырға, хат-хәбәрҙәрҙе кисектермәй алып барып еткерергә кәрәк.

Әйтәйек, Үрге Тәтешле ауылы халҡын биш почтальон хеҙмәтләндерә.Үҙҙәре хаҡында бары тик маҡтау һүҙҙәре генә ишетергә мөмкин. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу осоро улар өсөн ураҡ өҫтөн хәтерләтә. Был осорҙа халыҡ менән айырыуса тығыҙ хеҙмәттәшлек итәләр. Почтальондар араһында Венария Хәкимова гәзит-журналдарға яҙылыу осоронда йыл да әүҙемлеге менән башҡаларға үрнәк булып тора. Ул хеҙмәтләндергән биләмәлә “Башҡортостан” гәзитен алдырыусылар байтаҡ. Үҙе лә яҙылмай ҡалған йылы юҡ.

– Рәсәй почтаһы иғлан иткән Бөтә Рәсәй декадаһын көтөп алдыҡ. Ни тиһәң дә, ташламалы хаҡҡа яҙылыу отошло. Акция осоронда үҙемә лә, атай-әсәйемә лә яҙҙырҙым, – ти ул.

Коллективта тырыш, уңған, кешеләр күңеленә юл таба белгән һөнәр эйәләре эшләй. “Минеңсә, үҙ һөнәрен яратҡан кеше генә почтальон була ала. Был йәһәттән хеҙмәттәштәрем менән ғорурланам”, – ти почта бүлексәһе етәксеһе Ҡәҙриә Ханова.

Әйткәндәй, Ҡәҙриә Ханова почта хеҙмәте тармағында 35 йыл эшләй. Һуңғы алты йылда бүлексәгә етәкселек итә. Уның бай хеҙмәт тәжрибәһе, заман менән бергә атлауы, тармаҡтағы үҙгәрештәрҙе әүҙем үҙләштереп ҡуллана белеүе бүлексә эшендә ярҙам итә.

Почта бүлексәһе коллективы быйылғы подписка кампанияһын дәррәү алып бара. Ышанып әйтергә мөмкин, Үрге Тәтешлелә беҙҙең гәзиттең тоғро дуҫтары алдағы йылда ла күбәйәсәк.

4—14 октябрҙә Рәсәй почтаһы гәзит-журналдарға льготалы хаҡҡа яҙылыу буйынса Бөтә Рәсәй декадаһы иғлан итә. Был осорҙа “Башҡортостан” гәзитенә арзан хаҡҡа яҙыла алаһығыҙ.

Хаҡтар түбәндәгесә:
П2729 индексы — аҙнаһына өс тапҡыр — 1337 һум 52 тин;
П3030 индексы — (“Йома” аҙнаһына бер тапҡыр) — 593 һум 82 тин;
Электрон версия (rbsmi.ru сайтына инеп йә редакция аша яҙылырға мөмкин) — 834 һум.

БЕРГӘ БУЛДЫҠ, БЕРГӘ ҠАЛАЙЫҠ!


Вернуться назад