Автозаправкала һыра һәм шарап һатыла08.10.2018
Автозаправкалар һыра һәм шарап менән сауҙа итә ала. Хөкүмәт яғыулыҡҡа хаҡтың үҫеүен сикләү өсөн АЗС-тарға өҫтәмә аҡса эшләү мөмкинлеген бирергә ризалашты. Бындай ҡарар Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Козак үткәргән кәңәшмәлә ҡабул ителде.

Әйткәндәй, тәҡдимде Әстерхан өлкәһенән Федерация Советы ағзаһы Геннадий Орденов индергәйне. Уның фекеренсә, 2011 йылда ғәмәлгә индерелгән автозаправкаларҙа алкоголь менән сауҙа итеүҙе тыйыу һөҙөмтәһеҙ. Эскелек менән заправкала алкоголь һатыу араһында бер ниндәй ҙә бәйләнеш юҡ, сөнки иҫерткес эсемлекте яҡын тирәләге магазиндарҙан да һатып алырға була. Шул уҡ ваҡытта иҫерек водителдәр ҡатнашлығындағы юл фажиғәләре тыйыу ғәмәлгә индерелгәндән һуң да кәмемәгән.


Вернуться назад