Диңгеҙ авиацияһын планға ярашлы ҡайтанан йыһазландырыу программаһына ярашлы, Күмертау авиация предприятиеһында модернизацияланған биш Ка-27М вертолеты Балтика флотына тапшырылды. Флот вәкиле агентлығынан белдереүҙәренсә, вертолеттарҙа радиоэлектрон ҡорамалдар яңыртылған, өр-яңы эҙләү системаһы, радио-акустика ҡулайламалары ҡуйылған. Быларҙың барыһы ла дошмандың һыу аҫты кәмәләрен эҙләү буйынса бурыстарҙы һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирә.