10 октябрҙә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип хәтергә төшөрә Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы.
Башҡортостанда 11 октябрҙә Республика көнө билдәләнә.
«Башҡортостан Республикаһында байрам һәм иҫтәлекле көндәр тураһында»ғы законға ярашлы, 11 октябрь төбәктә эшләмәгән байрам көнө булып иҫәпләнә.
Быйыл 11 октябрь кесе йомаға тура килә. Шаршамбы, 11 октябрҙә, эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.
Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексы статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 11 октябрҙә эшләмәгән байрам көнө – Республика көнө – отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.