Зыян күләме әле баһаланмаған03.12.2011
Приморье крайында таможня сиге аша киптерелгән трепангтың (Алыҫ Көнсығыш диңгеҙендә йәшәүсе хайуан, нәзәкәтле, затлы аҙыҡ тип иҫәпләнә) ҙур партияһын сығарырға маташҡандар. Был һуңғы ун йыл эсендә тотолған иң мул табыш, ти таможня хеҙмәткәрҙәре.
Бер нисә Ҡытай гражданы ҡатнашлығындағы енәйәтсел төркөм тауарҙы алып сығыу өсөн ҡатмарлы конструкция уйлап тапҡан. Енәйәтселәр 50 тоҡто бик оҫта йәшергән. Әгәр 570 килограмм киптерелгән трепангты һатыуға сығарғанда, ул 34 миллион һум торор ине. Браконьерҙар әҙер продукция етештереү өсөн диңгеҙҙән яҡынса 15 тонна хайуан тотҡан. Тәбиғәткә килтерелгән зыяндың күләме әле баһаланмаған.