Хажиәнең хаҡ ғәмәле05.10.2018
Китап – белем шишмәһе тигән әйтем бер ҡасан да үҙ көсөн юғалтмай. Заман ниндәй генә алдынғы технологиялар менән хайран ҡалдырмаһын, әҙәм балаһы нәфис әҙәбиәткә, һүҙ ҡөҙрәтенә ихтыяж кисереп йәшәй. Салауат ҡалаһынан хажиә Зәйтүнә Көҫәпованың ижадына арналған осрашыуҙа ҡатнашыусылар был ышанысты тағы ла нығытты.

“Йөрәк һүҙе” тип аталды был сара. Зәйтүнә Көҫәпованың “Донъялыҡта изгелек ҡылайыҡ”, “Мин яҙмышымды үҙгәрттем” тип аталған китаптарының исем туйы шулай һүҙ көсөн баһала­ғандарҙы бер ҡорға йыйҙы. Ҡалалағы 2-се үҫмерҙәр китапханаһы мөдире Гөлнара Янышеваның башланғысы, тәҡдиме буйынса башҡарылды был изге эш. Ул, әйтеүҙәренсә, ошондай сараларҙы йыш үткәреп, китап һөйөүселәрҙе аралаштырып йәшәтә, күңелдәренә рух өҫтәүҙе, әҙәбиәт менән бәйләнеште өҙмәүҙәрен хәстәрләүҙе төп бурыстарының береһе итеп күрә.

– Зәйтүнә апайҙың китаптары менән танышҡас, олуғ Мостай Кәримдең “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” тигән шиғыры иҫкә төштө, – тине осрашыуҙа Гөлнара Фәтих ҡыҙы. – Изге күңелле, хәстәрлекле, халҡының мәнфәғәт­тәрен ҡайғыртҡан Зәйтүнә апай ҙа “күкрәгенән ҡоштар осороп” ғүмер итә: яҡшылыҡ, нур өләшеп, иманға әйҙәп йәшәй. Әлеге китаптарында ла – тәрән фекер, оло фәһем һәм һабаҡ. Тормош тәжрибәһе, һүҙ көсө аша дөрөҫ йәшәргә, хаҡ юлға әйҙәй хажиә.

Зәйтүнә Көҫәпова үҙе әйтеүенсә, был китаптар оҙаҡ йылдар дауамында әҙерләнгән, уларға бөтөн күңел кисерештәре һалынған. Дин, әҙәп, әхлаҡ темалары менән бергә һаулыҡ, иҡтисад мәсьәләләре лә күтәрелгән. Һәр яҙма фәһемле: ҡәрҙәштәребеҙҙе изгелекле, шәфҡәтле булырға өйрәтә, сәләмәт йәшәүгә әйҙәй. Барыһынан да илһөйәрлек рухы бөркөлөп тора.

Китаптарҙың исем туйы шул ҡәҙәр йәнле барҙы, унда ҡатнашҡан һәр кем авторға изге теләктәрен еткерҙе, ижады, әүҙем тормош алып барғаны, динебеҙ буйынса белгәндәрен йомарт өләшкәне өсөн рәхмәт әйтте.

– Ошолай гелән яҡшы яңылыҡтар, күркәм ғәмәлдәр айҡанлы осрашырға яҙһын, – тине хажиә. – Туплаған ғилемебеҙҙе бүлешеп, тормош тәжрибәһен уртаҡлашып, фекер алышып, берҙәм йәшәйек!



Вернуться назад