Төбәгебеҙҙә асылған һәр мәсет тормошобоҙға – йәм, күңелдәргә нур өҫтәй. Һуңғы айҙарҙа Туймазы районында төҙөлгән иман йорттарын да халҡыбыҙ һөйөнөп, шөкөр ҡылып ҡаршы алды.
Мәсеттәрҙең береһе – Ҡандракүл ауылында. Мәғлүм булыуынса, Николаевка биләмәһенә ҡараған был төйәктә элек-электән аҫаба башҡорттар йәшәгән. Ҡандракүл буйында урынлашҡан ауылға XVIII быуаттың тәүге яртыһында нигеҙ һалынған. Ошо ваҡыттан алып бөгөнгәсә ҡәҙәр данлы ла, шанлы ла юл үткән аҫаба төйәктә дин һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булған, халыҡ гелән иманға ынтылып, матур, мул йәшәгән.
Әлеге “Зарифулла” мәсетен төҙөү мәсьәләһен урындағы дини ойошма вәкилдәре күтәреп сығып, бурысты ауыл халҡы берҙәм атҡарып сыҡҡан. Иман йортон асыу тантанаһына кеше күпләп килгән. Төп тәбрикләү һүҙе менән Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт хәҙрәт Тажетдинов сығыш яһап, ауыл мәсетенә иҫтәлекле бүләктәр тапшырған. Шулай уҡ эргә-тирәләге райондарҙың имам-хатиптары, имам-мөхтәсибтәре, туғандар, таныштар, тамыры ошо төйәктән булғандар һ.б. иң изге теләктәрен еткергән, мәсеттең халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итеүен теләгән.
Күптән түгел Туймазыла йәнә бер мәсет асылды: Туҡай ауылыныҡылар “Хыял”лы булды. Әйтеүҙәренсә, был – 250 йыллыҡ тарихтарында дүртенсе иман йорто. Ул да ауыл халҡының дөйөм көсө менән төҙөлгән.
Туймазы ерендә йөҙләгән милләт вәкиле дуҫ-татыу йәшәй. Улар араһында, әл-хәмдү лил-ләһ, бер ҡасан да аңлашылмаусанлыҡ тыуғаны юҡ. Һәр милләттең рухи ҡиммәттәренә ҡәҙерле ҡараштандыр был.