Һөнәри белем биреүҙә заманса ҡараш.
Йәштәрҙең күбеһенең юғары уҡыу йортона инергә ынтылыуы, ә һөнәрселек училищеларының бушап ҡалыуы һуңғы йылдарҙа көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде. Һөҙөмтәлә эшсе көсө талап ителгән ойошмаларҙың кадрҙарға ҡытлыҡ кисереүе мәғлүм.
Ә бына республикабыҙҙа ғына түгел, ә тотош илебеҙҙә билдәле, бай тарихлы Стәрлетамаҡ күп тармаҡлы колледжына студенттар һәр саҡ теләп килә. Уҡыу йортон тамамлағандар бер ҡасан да эш урынһыҙ ҡалғаны юҡ.
Мәғлүм булыуынса, быға тиклем учреждение Наумовка ауыл хужалығы техникумы тип аталған. Әле лә төп йүнәлеш – ошо. Бында ауыл хужалығы өсөн төплө белемле кадрҙар әҙерләнә. Өс йылдан бер быуатлыҡ юбилейын билдәләйәсәк белем усағында байрамға әҙерлек күптән башланған да инде. Колледж директоры Роберт Кәримовтың һүҙҙәренсә, студенттарҙың тырышып уҡыуы, һөнәр үҙенсәлектәрен ныҡышмал үҙләштереүе дәрт-дарманды тағы ла арттыра.
Тарихҡа күҙ һалайыҡ. Был белем усағы Көйөргәҙе районының Ермолаев ауылында асылған, 1957 йылда Стәрлетамаҡҡа күскән. Туҡһан ете йыл дауамында тик бер генә тапҡыр – 1941 йылда ғына – ябылып торған ул. Белем биреү учреждениеһы янында оҙаҡ йылдар ярҙамсы хужалыҡ тотоу дөйөм үҫешкә ныҡлы этәргес биргән, ә 1986 йылда хатта “миллионер колхоз” тип танылғандар.
Әле бында бер мең тирәһе студент ауыл хужалығы өсөн иң кәрәкле һаналған һөнәрҙәргә – агроном, механик, зоотехник, иҫәп-хисап эше һ.б. – өйрәнә. Өҫтәүенә сит телде тәрән үҙләштереп, Германияла практика үткәндәр ҙә бар. Бүтән илгә барып тәжрибә туплау өсөн, әлбиттә, тәү сиратта йәш кешенең үҙенең теләге булыуы мөһим. Ә ундай маҡсатлылар йылдан-йыл арта ғына бара. Ошондай мөмкинлек булдырып, колледж етәкселеге йәштәрҙе үҙенә ылыҡтырыу юлын тапҡан. Заман шулай талап итә: һәр урында конкуренцияға һәләтле булыу мөһим.
Ҡулайлаштырыу, һис һүҙһеҙ, эшмәкәрлекте йәнләндереү маҡсатында уҙғарыла. Мәғариф учреждениеларында уҡытыу-тәрбиә торошон яҡшыртыу күҙ уңында тотола. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 97-се, Стәрлебаш ауылындағы 107-се һәм Ишембай районындағы 88-се һөнәрселек училищеларын Наумовка ауыл хужалығы техникумына ҡушып, күп тармаҡлы колледж ойоштороу – быға асыҡ миҫал.
– Күмәкләгән – яу ҡайтарған. Хәҙер инде татыу ғаиләгә әйләндек, бөтөн уй-ниәттәрҙе бергәләп бойомға ашырабыҙ. Ҡушылыу иркенерәк, һөҙөмтәлерәк эш итеүгә юл асты, – тип берләшеүҙе тик ыңғай яҡтан баһалай директор. – Әлбиттә, заманса үҫешкә ынтылыу менән бер рәттән, электән килгән йолаларға тоғробоҙ. Бер быуатҡа яҡын эшләгән уҡыу йортон тамамлағандар араһында ниндәй генә һөнәр эйәләре юҡ! Хеҙмәте аша хөрмәт яулаған, колледждың данын арттырған элекке студенттарыбыҙ менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Хәтерегеҙҙәлер, бынан бер нисә йыл элек уҡыусыбыҙ Фәнүр Зәбиров ер һөрөү конкурсында еңеү яуланы. Һөнәри белем биреү учреждениеларының көс-ҡеүәтен күрһәткән ошондай миҫалдар бихисап.