“Ура, төшкә тиклем уҡыясаҡбыҙ!”05.10.2018
“2025 йылға илебеҙҙең бөтә мәктәптәре лә бер сменалы уҡыуға күсергә тейеш”. Рәсәй Хөкүмәте тарафынан ҡуйылған бурыс был. Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән тура эфир ваҡытында Нефтекама ҡалаһынан шылтыратып, төштән һуң уҡыған балаларҙың ҡараңғыла өйгә ҡайтыуына зарландылар. “Беҙ мәктәптәр төҙөйәсәкбеҙ. Был – мөҡәддәс бурысыбыҙ”, – тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.

Ҡырмыҫҡалы районының Прибельский ауылында әле бер генә мәктәп иҫәпләнә. Балалар күп булғас, уҡыу ике сменала ойошторолған. Һөйөнөскә күрә, Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан бында тағы ла бер белем усағы ҡалҡасаҡ. Прибельский урта мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Алена Кинйәғолованың һүҙҙәренә ҡарағанда, ғәҙәттә, төрлө түңәрәктәр һәм кластан тыш саралар төштән һуң ойошторола, бындай ос­раҡ­та икенсе сменалағылар күп нәмәгә өлгөрә алмай. Бер сменалы уҡыуға күсеү балаларҙың төрлө яҡлап үҫеүенә булышлыҡ итәсәк.

340 урынға иҫәпләнгән мәктәпте төҙөүгә быйыл май айында ғына тотоноуҙарына ҡарамаҫтан, эш байтаҡ ыраған. Уҡыу йортон киләһе йыл асыу планлаштырылған. Ул балалар өсөн ҙур бүләк буласаҡ, әлбиттә.

Мәктәп төҙөү эшен “Мегастроймонтаж” асыҡ акционерҙар йәмғиәте иңенә алған. Өс ҡаттан торасаҡ бинаның беренсеһен күтәрә бөгөн оҫталар. Шул уҡ ваҡытта коммуникация һуҙыла, инженерлыҡ селтәрен һалыу ҙа башланған.

– Төҙөлөш материалдарына ҡытлыҡ юҡ, даими ташып торалар, – ти йәмғиәттең прорабы Динар Хәмиҙуллин. – Кирбесте Туймазы ҡалаһынан, Саҡмағош районынан килтерәбеҙ, цемент һәм башҡа кәрәк-яраҡты Стәрлетамаҡтан ташыйбыҙ.

Прибельский – ЮНЕСКО тарафынан ассоциация­ланған мәктәп, әле унда 700 бала уҡый. Өйкөлөшкән малайҙар янына килеп: “Киләсәктә уҡыу бер сменала ойоштороласаҡ, ошо хәбәргә ышанаһығыҙмы?” – тип һораныҡ.

– Ура, төшкә тиклем уҡыясаҡбыҙ! – тип шатлыҡлы тауыш менән дәррәү яуапланы малайҙар.



Вернуться назад