Уҡытыусым!
Түҙемлегең ҡая һымаҡ,
Ә күңелең тулы нур ғына.
Ябайһың да, бөйөкһөң дә
үҙең,
Һиңә тиң тик маҡтау,
йыр ғына,
– тигән шиғыр юлдары фәҡәт минең башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусым Рәмилә Шакирйән ҡыҙы Әхмәтшинаға (Йәғәфәрова) арнап яҙылған кеүек. Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында уҡыусыларға белем биреү өсөн көсөн, ваҡытын йәлләмәй, иңенә төшкән бурысын күңел һалып, намыҫ менән башҡарған остазым – минең өсөн әле лә телһөйәрлек һәм талапсанлыҡ өлгөһө.
Дәрес һайын ниндәйҙер яңылыҡ индерә, өҫтәмә материалдар әҙерләй, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп алып бара Рәмилә Шакирйән ҡыҙы. Беҙ йотлоғоп тыңлайбыҙ, фекер алышабыҙ, шул уҡ ваҡытта уға оҡшарға тырыша инек. Класта ултырған һәр баланың икенсе дәрескә һис шикһеҙ әҙерләнеп килеүе, күләмле инша һәм башҡа яҙма эштәрҙе бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ яҙыуы, уҡыусыларҙың үҙ фекерен ҡыйыу яҡлауы артында ниндәй оло хеҙмәт ятыуын мин хәҙер, үҙем уҡытыусы булғас ҡына, аңланым.
Был һөнәрҙе һайлауыма үкенмәйем. Эшен яратҡан, уҡыусыларына ҡарата талапсан, тырыш, маҡсатлы Рәмилә Шакирйән ҡыҙы кеүек булырға, ул биргән белем һәм күңел байлығын йәш быуынға түкмәй-сәсмәй өләшергә тырышам. Остазымдың ире Марат Азат улы Йәғәфәров та һәр баланың йөрәгенә юл, асҡыс таба белгән оло йөрәкле уҡытыусы ине. Ул беҙгә йомшаҡ, хәстәрлекле, һәр беребеҙгә иғтибарлы булды. Тел серҙәрен өйрәтеп кенә ҡалмай, тормош һабаҡтарына ла төшөндөрҙө. Хеҙмәттәштәре, ата-әсә алдында абруй яулаған мөғәллимдәр уҡытыусы булып эшләмәне, ә уҡытыусы булып йәшәне.
Йөҙөнән яҡтылыҡ бөркөлөп торған Рәмилә апайға киләсәктә лә тирә-яҡҡа нур сәсеп, һаулыҡта йәшәргә яҙһын! Рәхмәт Һеҙгә!