Киҫкен континенталь климатлы төбәктә үҫкән ҡурай еләге С витаминына ныҡ бай булыуы менән айырыла, тип асыҡлаған Кушнаренко селекция үҙәге хеҙмәткәрҙәре.
“Тикшеренеү мәғлүмәттәре буйынса, аскорбин кислотаһы бүленеп сығыуға сорты, үҫтереү технологияһы, үҫеү урыны ғына түгел, һауа шарттары ла йоғонто яһай. Баҡтиһәң, С витамины температура амплитудаһы ҙур һәм яуым-төшөм аҙ булған төбәктәрҙә күберәк бүленә. Шул иҫәптән – Башҡортостанда”, – ти белгестәр.
Селекция үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Венера Зарипова әйтеүенсә, ҡурай еләген баҡсаға ултыртыу өсөн иң ҡулай ваҡыт – көҙ. “Яҡты һәйбәт төшкән участкаға бер квадрат метр майҙанға өс-дүрт үҫенте ултыртабыҙ, яҡшылап һыу һибәбеҙ. Улар бер йылдан емеш бирә башлай. Емеш биргәс, шытымдарҙы алып ташлау хәйерле. Ҡуйырыуына юл ҡуйырға ярамай”.