Эшҡыуарҙар иғтибарына05.10.2018
Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы аукцион иғлан итте, ағас әҙерләү майҙанының дөйөм күләме — 43,8 мең кубометр.

Бөтәһе 65 лот ҡуйылған, участкалар Архангел, Әүжән, Баймаҡ, Балаҡатай, Ғафури, Дүртөйлө, Дыуан, Ейәнсура, Нуриман, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Өфө урман хужалыҡтары биләмәһендә урынлашҡан.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын тәьмин итеү өсөн ағас һатыу-һатып алыу буйынса аукциондар 17 октябрҙә үтә, ҡатнашыуға ғаризалар 11 октябргә тиклем ҡабул ителә.

Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары өсөн аукциондар уҙғарыу тураһында бөтә мәғлү­мәт www.torgi.gov.ru рәсми сайтында урынлашҡан.


Вернуться назад