Тәбиғәт һәйкәлдәре арта05.10.2018
Башҡортостандағы торф һаҙлыҡтарын айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тип иғлан итәсәктәр. Улар Ауырғазы, Бишбүләк, Бөрө, Илеш, Ишембай, Кушнаренко, Миәкә, Әбйәлил һәм Учалы райондарында урынлашҡан.

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының үҫеш программаһы буйынса республикала 2015 йылдан бирле торф һаҙлыҡтарын һаҡлауға йүнәлтелгән фәнни-тикшеренеү эштәре алып барыла. Уларҙың һөҙөмтәһенә таянып, 15 урындағы торф һаҙлығы айырым һаҡланырға тейеш тип табылған. Әгәр экологик проект раҫланһа, Башҡортостанда тәбиғәт һәйкәлдәре һаны 164-тән 179-ға етәсәк.

Булғанын һаҡлауҙан тыш, кипкәндәрен тергеҙеүгә лә иғтибар бүлергә кәрәк, тип иҫәпләй республика экологтары. Был йәһәттән “Асылыкүл” тәбиғәт паркындағы Берғаҙан-Ҡамыш һаҙлығының яйлап элекке хәленә ҡайта башлауы һөйөндөрә: һыу ағыҙыу нығытмаһы ҡуйылғандан һуң унда экосистеманың тергеҙелеүе, биологик төрлөлөктөң артыуы күҙәтелә.

Илдар ҺАҘЫЕВ, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры:
– Торф һаҙлыҡтары бар донъяла иң мөһим иҡтисади һәм тәбиғи ресурс һанала. Уларҙың экосистемаһы биологик төрлөлөктө тәьмин итеүгә өлөш индерә, һыу әйләнешенә булышлыҡ итә, углекислый газды һеңдерә һәм торф эсенә йыя, шулай уҡ тирә-яҡ мөхиттәге зарарлы матдәләрҙе “йота”, ер аҫты һыуҙарын таҙарта. Һаҙлыҡтар һыуға ҡытлыҡ кисергән ялан һәм урман-ялан райондары өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Урмандарҙы планетабыҙҙың үпкәһе тип атаһаҡ, һаҙлыҡтар – уның бөйөрө.

Екатерина БОГДАН, Йәшәйеш хәүефһеҙлеге фәнни-тикшеренеү институтының айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре һәм биологик байлыҡтар лабораторияһы мөдире:

– Айырым билдәләнгән 15 һаҙлыҡта Башҡортостан һәм Рәсәй Ҡыҙыл китаптарына ингән һирәк һәм юҡҡа сығып барған йәнлектәр, үҫемлектәр осрай. Миәкә районындағы Ҡорманайбаш һаҙлығында беҙҙең төбәк өсөн яңы күренеш – Шутлеворттың елкәнле ҡамышы табылды. Әбйәлил районының Сереккүл һаҙлығында Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә һирәк осрай торған аҡ буран турғайы йәшәй. Айырыуса Учалы районының Ҡасҡарҙы һаҙлығын билдәләргә кәрәк: майҙаны – 700 гектар тирәһе, углерод запасы – 500 мең тонна самаһы.


Вернуться назад