Мәңге йәшә, урман!05.10.2018
Көҙгө акцияның маҡсаты ниҙә?

Хәтерҙә әле мәктәп йылдарында яҙлы-көҙлө урмандарға сығып ағас ултыртыуҙар... Кескәй генә сыбыҡсаны йәки шыршы, ҡарағай ағасының үҫентеһен ҡыҙҙар тотоп тора, беҙ, малайҙар, ҡаҙған соҡорға ултырта барабыҙ. Әлбиттә, алдан ҡеүәтле техникалар буй-буй бураҙналар һыҙып сыҡҡан була. Бөгөн генә һымаҡ. Баҡһаң, ошо саҡтарға 30 — 40 йыл ваҡыт үткән икән дәһә! Класташтар осрашҡан изге урынға әйләнде хәҙер был ерҙәр, ә күңелдә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ кисерештәр, ғорурлыҡ тойғолары — беҙ ултыртҡан ағастар!

Шулай йәшелләнде урман ситтәре генә түгел, ауылдарҙағы юл буйҙары ла, яланғас тау битләүҙәре лә. Бөгөн илдә Бөтә Рәсәй буйынса “Йәшә, урман!” акцияһы бара. Етенсе йыл рәттән. Киләсәктә лә изге эш туҡталмаҫ, сөнки тормошта иң изге ғәмәл башҡарыла: әҙәм балаһы үҙ ғүмерендә бер ағас булһа ла ултыртырға тейеш. Элегерәк “Берҙе киҫтең — өстө ултырт!” тигән әйтем дә бар ине. Бөгөнгө акция тәбиғәткә беҙ биргән, дөрөҫөрәге, ҡайтарған кескәй генә булһа ла бурыстың тамсылай ғына үтәлеше ул.

Башҡортостан һәр йәһәттән изге эште элеп алып ҡына ҡалмай, оло йолаға әйләндереүсе республика булып тора. Акцияның төп маҡсаты — урмандарҙы һаҡлауға халыҡты йәлеп итеү, урман байлыҡтарын һаҡлау һәм арттырыу, үҫентеләр ултыртыу, йәштәрҙә тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында төрлө саралар үткәреү. Ете йыл буйы даими эш башҡарылыу традицияға әйләнгәнлеген билдәләр­лек ваҡыт булып тора. Былтыр, мәҫәлән, Башҡортостанда 15 меңдән ашыу кеше ағас ултыртыуҙа ҡатнаш­ҡан. Улар араһында урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре лә, мәктәп уҡыусы­лары, студенттар, хеҙмәт һәм хәрби конфликтта ҡатнашҡан ветерандар ҙа, ирекмәндәр ҙә бар. Ҡыҫҡаһы, киң ҡатламды алыуы ғына ла изге эштең ҙур сараға әйләнеүен күрһәтә. Муниципаль район һәм ҡала округтары һәр йылда әүҙем ҡатнаша: урман­дарҙа үҫентеләр ултыртырға сығалар, ҡала һәм ҡасаба, ауылдарҙа йәшел­ләндереү эше алып барыла, электән ултыртылғандары тәрбиәләнә, тирә-яҡ сүп-сарҙан таҙартыла.

Башҡортостанда “Йәшә, урман!” акцияһы октябрь аҙағына тиклем барасаҡ. “Үҙ ағасыңды ултырт!” акцияһы ойошторолоуы ла күп нәмә тураһында һөйләй.

Урмандар ер йөҙөнөң йәшел ҡалҡаны ғына түгел, төп байлығыбыҙ ҙа булып тора. Сәнәғәт, иҡтисади йәһәттән, мәҫәлән, сентябрҙә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең ултырышын үткәрҙе. Унда 2030 йылға тиклем төбәктә урман сәнәғәте комплексын үҫтереү стратегияһы ҡаралды.

— Барыһына ла билдәле, республикала урмандар 40 проценттан ашыу территорияны алып тора. Шуға ҡарамаҫтан, урман сәнәғәте комплексының продукция өлөшө сәнәғәт етештереүе структураһында бик түбән — 1,6 процент ҡына, — тине республика Башлығы.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ ағас запасы буйынса Башҡортостандың Волга буйы федераль округында — дүртенсе, ағас ултыртыу күләме буйынса беренсе урында булыуыбыҙ тураһында ла әйтте. Урман сәнәғәте комплексының төбәк иҡтисадында өлөшө күберәк булырға тейешлеге аңлашылып тора. Республиканың урман запасы, уларҙы эшкәртеү ҡеүәте эске ихтыяжды ғына тәьмин итеп ҡалмай, сеймал булмаған экспорттың мөһим өлөшөн дә тәьмин итерлек. Тикшерелгән стратегияла урман сәнәғәте комплексының продукция етештереүсәнлеген өс тап­ҡырға арттырыу мәсьәләһе ҡуйылды. Программалы документ эксперт­тарҙың, экологик ойошмаларҙың иҫкәртеүҙәрен, урындағы халыҡтың мәнфәғәтен дә иҫәпкә алырға тейеш.

Башҡортостандың урман хужа­лығы министры Марат Шәрәфет­динов билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа ағас әҙерләү өс тапҡырға артҡан. Мәҫәлән, был күрһәткес 2017 йылда 3 миллион кубометр тәшкил иткән. Урмандарҙы тергеҙеү эше лә әүҙемләшкән. Шуныһы, ағас эшкәртеүсе предприя­тиеларҙың сеймал базаһы яйлап “тарая” бара икән, сөнки уларға кәрәкле ағастарҙан торған урмандар төпкөл­дәрҙә ята — сығымдар артыҡ күпкә төшә. Шуға ла алдағы йылдарҙа проблеманы хәл итеү юлдары ҡарала. Ғөмүмән, Стратегия республика урман комплексы сәнәғәте өсөн бик мөһим. Был өлкә ҡатмарлы — һәр нәмәне уйлап эш итергә, башҡарырға кәрәк: киҫеү, ташыу, продукция етештереү, һатыу...

Урмандар төп байлығыбыҙ булып тора, тинек. Был бит әле ағасты ҡырҡып, продукция етештереүҙе, табыш алыуҙы ғына аңлатмай. Урман — үҙе бер асылмаған серле донъя ул. Халыҡ мул йәшәһен өсөн Хоҙай унда барыһын биргән: үҫемлеген дә, бал ҡорттары өсөн төрлө-төрлө сәскәһен, хайуандар, йәнлек-кейектәрҙе, һанап бөткөһөҙ башҡаһын да. Тик киләсәк быуындар өсөн беҙҙең генә һаҡ эш итеүебеҙ талап ителә.

Бөгөн Бөтә Рәсәй буйынса “Йәшә, урман!” акцияһы барыуы һәр беребеҙ берәр генә ағас ултыртһын ине тигәндән дә сығып эшләнә. Быйыл берҙе ултыртһаҡ, икенсе йыл тағы, өсөнсөһө, унан арыһына ла изге эшкә ҡушылһаҡ, кешеләр шуны аңлар — үҙе үҫтергән ағасына балта күтәрмәҫ, балаһына ла ошоно һеңдерер. Үҫтерелгән ағастың, дөйөм алғанда урмандың ҡәҙерен белер.


Вернуться назад