Үҙ башыңа төшмәһә...12.05.2012
Үҙ башыңа төшмәһә...Бер кем дә киләсәген кеше көнлө булырмын, мәрхәмәтлелеккә мохтажлыҡ кисерермен тип күҙалламай. Ана шундай ауыр, һыныр сиккә еткән саҡта үҙеңә мөнәсәбәттең һәр ҡайҙа ла ыңғай булмауын күрәһең. Элекке шахтер Михаил Петров та ауырлыҡ менән күҙмә-күҙ ҡарашырмын тип һис кенә лә уйламағандыр.
Ул аяғынан мәхрүм ҡалған, инвалид коляскаһы менән ҡайҙа тиклем бара ала — донъяһы шунда сикләнә. Тиҫтәнән ашыу операция үткәреүгә ҡарамаҫтан, даими хирургик ярҙам талап иткән сир уны бөтөнләй аяғынан яҙҙыра. Байрам алдынан, 5 майҙа, коляскалағы Михаил Петров Рәсәй һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министры Татьяна Голикова һәм Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашыу талабы ҡуйып, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай бинаһы алдында аслыҡ иғлан иткәйне. Инвалид автотранспорт саралары менән тәғәйен ярҙам күрһәтеүҙе һорай, медицина тикшеренеүе үтеүҙәге кәртәләргә ҡәнәғәтһеҙлек белдерә.
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары М. Петровты парламент бинаһына саҡырып һөйләшә.
Кисә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Альбина Буранғолова, Һаулыҡ һаҡлау, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, Өфө ҡалаһының һаулыҡ һаҡлау идаралығы һәм медик-социаль экспертиза бюроһы вәкилдәре Михаил Петровтың фатирында булды.
Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Михаил Павловичтың коляскалағы инвалидтарҙы автомобиль һәм электр коляскаһы менән тәьмин итеү буйынса закон базаһын ҡайтанан ҡарау һәм норматив акттарҙы аныҡ билдәләү буйынса тәҡдимдәре менән тулыһынса килешеүен белдерҙе һәм барлыҡ теләктәрен һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрына һәм Дәүләт Думаһы депутаттары иғтибарына еткерергә вәғәҙә бирҙе.
Башҡортостан парламенты депутаттары ла ошо мәсьәлә буйынса Дәүләт Думаһына мөрәжәғәт итәсәк.
Н. АБДРАХМАНОВА.


Вернуться назад