Инйәрҙәрҙең ихтыяжын тойоп.
Инйәр Белорет районында ғына түгел, республикала ла ҙур ауылдарҙан һанала. Демографияла ыңғай үҫеш күҙәтелеүе бөгөнгө йәшәү кимәленең юғары икәнлеген дәлилләй.
Инйәрҙә 2511 йортта барлығы биш меңгә яҡын кеше йәшәй, шуларҙың 1068-е – уҡыусылар, 702-һе – мәктәпкәсә йәштәгеләр. 115 ғаилә – күп балалы.
Халыҡ шәхси хужалығында мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеп көн күрә. Хеҙмәт йәшендәгеләрҙең күбеһе тимер юлы хеҙмәтенә ҡараған ойошмаларҙа, ауыл Советы биләмәһендә урынлашҡан Көньяҡ Урал дәүләт ҡурсаулығында һәм башҡа предприятие-учреждениеларҙа хеҙмәт итә. Шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр ҙә байтаҡ: һуңғы биш йыл эсендә генә туғыҙ крәҫтиән (фермер) хужалығы теркәлгән.
Никахҡа ингәндәр һәм яңы тыуған балалар һаны йылдан-йыл арта. Быйыл ғына 48 сабый донъяға ауаз һалған. Ауылда ике балалар баҡсаһы иҫәпләнһә лә, сират ҙур: әле 200 бала тиҫтерҙәре менән бергә уйнауҙы түҙемһеҙләнеп көтә.
Ауыл халҡына шатлыҡ өҫтәп, күптән түгел Инйәрҙә яңы балалар баҡсаһы төҙөү эше башланды. Ул “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
– Яңы балалар баҡсаһы төҙөү Инйәр өсөн күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә ине, сөнки ауылыбыҙ йылдан-йыл ҙурая. Йәштәр ситкә китергә ашҡынып бармай, яңы йорттар һалып, үҙебеҙҙә төпләнә, – тип бәйән итте ауыл Советы хакимиәте башлығы Ғайса Мөфтәхетдинов. – Республика ҡаҙнаһынан бүленгән 105 миллион һум аҡсаға төҙөләсәк ике ҡатлы объект мәктәпкәсә йәштәге 140 бала өсөн иҫәпләнгән. Аукцион шарттары буйынса подрядсы бурыстарын үҙ иңенә йөкмәгән “Геострой” йәмғиәте тураһында хәбәрҙарбыҙ: районыбыҙҙа байтаҡ социаль объект төҙөп, улар үҙен эшенә яуаплы ҡараған ышаныслы партнер итеп күрһәтте. Әле ер мәшәҡәттәрен тамамлап, бинаның нигеҙен ҡорорға тотондолар. Аяҙ торған көҙгө көндәрҙең һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша улар. Ағымдағы йылда төҙөүселәр 40 миллион һумлыҡ эште башҡарырға йөкләмә алған. Ә теүәл бер йылдан Инйәр балалары яңы бинаға аяҡ баҫасаҡ тип планлаштырабыҙ.
Эйе, Инйәрҙә эшләп килгән ике мәктәпкәсә учреждение бөгөн теләгәндәрҙең барыһын да һыйҙыра алмай.
– 230 бала йөрөргә тейеш, әммә ата-әсәнең үтенесен иҫәпкә алып, төрлө мөмкинлектәр табып, бөгөн 300 сабыйҙы ҡабул итәбеҙ, – ти мөдир Алена Күсәрбаева. – Юбилей объекты ошо проблеманы хәл итәсәк. Бының менән бер рәттән, өлкәндәргә 20 яңы эш урыны булдырасаҡ. Әле беҙҙең штатта тәрбиәселәр, музыка буйынса етәксе, спорт инструкторы иҫәпләнә. Яңы балалар баҡсаһында иһә логопед, педагог-психолог вазифалары ла буласаҡ тип күҙаллана.
Юбилей айҡанлы ҡалҡасаҡ бина ауылдың үҙәк урамында урынлашасаҡ. Төҙөлөш башланыуына бигерәк тә ата-әсәләр шат. Мәҫәлән, Сирен Иҙрисованың ике улы ла әле иҫке баҡсала тәрбиәләнә.
– Бина иҫкергән, һыуыҡ, – ти ул. – Төркөмдәрҙә балалар күп булғас, тығыҙ. Кесе улыма сират еткәнен йыл буйы көттөк. Ә ҡайһы бер таныштарымдың балалары, баҡсала урын булмағас, өйҙә ултырырға мәжбүр. Республика, район етәкселегенә, беҙҙең проблемаға иғтибар итеп, яңы балалар баҡсаһы төҙөүҙе хәстәрләгәндәре өсөн ҙур рәхмәт!
Әйткәндәй, инйәрҙәр берҙәмлеге, татыулығы менән айырылып тора. Тыуған төйәктәргә йән өрөү, уны төҙөкләндереү йәһәтенән булдырылған программаларҙа, өмәләрҙә, мәҙәни һәм спорт сараларында гелән әүҙем ҡатнаша улар. Мәҫәлән, күптән түгел яңы биҫтәлә йәшәгән йәштәр йыйылып, үҙ көсө менән балаларға уйын майҙансығы эшләп ҡуйған. Ул ауылға килеп инеү менән әллә ҡайҙан уҡ сағыу төҫтәре менән күҙгә салына. Биләмә балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп тора.
Инйәрҙәр уйын майҙансығы асыу һәм балалар баҡсаһы төҙөлә башлау айҡанлы кескәйҙәргә байрам сараһы ла үткәргән.
– Йәштәрҙең янып-дәртләнеп тормош көтөүенә һоҡланмау мөмкин түгел. Ана ҡарағыҙ: ниндәй күркәм йорттар төҙөп, баҡса үҫтереп, тырышып йәшәй улар! – тип ғорурлығын йәшермәй Ғайса Ғәбделхаҡ улы.
Илдә демографик проблема күҙәтелгәндә, Инйәрҙә, киреһенсә, халыҡ һанының йылдан-йыл артыуы, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл. Дәүләт хәстәрлеге менән яңы социаль объекттарҙың төҙөлөүе ауылдың үҫешенә тағы ла ҙурыраҡ этәргес бирер.