Башҡортостанда киҙеүҙе иҫкәртеү маҡсатында халыҡҡа прививка эшләү кампанияһы дауам итә.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса бүлексәһе етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Шаһиева әйтеүенсә, бөгөнгә республикала 635 меңдән ашыу кеше прививка яһатҡан, йәки төбәктәге халыҡ һанынан 15,6 проценты. Шул иҫәптән федераль бюджет иҫәбенә 633,9 мең кешегә прививка яһалған, уларҙың 487 меңе — өлкәндәр, 146 меңе — балалар.
Алдағы эпидемик миҙгелдә Башҡортостанда 1,6 миллион кешегә, шул иҫәптән 350 мең балаға киҙеүгә ҡаршы прививка яһау күҙаллана.
Билдәле булыуынса, хроник сирле балаларға, йөклө ҡатын-ҡыҙға, 60 йәштән өлкәндәргә, хәрби хеҙмәт йәшендәгеләргә, медицина, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә прививка федераль ҡаҙна иҫәбенә эшләнә.
Вакцинация мәсьәләләре буйынса “Роспотребнадзор”ҙың “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына шылтыратырға мөмкин: 8-800-700-90-30.