Киләһе йылдан Башҡортостанда ишле ғаиләләр 600-шәр мең һум аҡса алыуы ихтимал: “Газель” микроавтобусы урынына бер тапҡыр бирелә торған түләү ҡарала.
Был мөмкинлеккә һигеҙ һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр хоҡуҡлы. Тейешле закон проекты 2 октябрҙә республика Хөкүмәте идаралығы ултырышында хуплау тапты һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға ҡарауға индерелә.
Ултырышта Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, быға ҡәҙәр микроавтобус йәки тейешле түләү алыу хоҡуғы ун һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә бирелде. Һуңынан ошондай социаль ярҙам сараһына туғыҙ һәм унан күберәк балалары булған ғаиләләр иҫәп тота алды. Хәҙер был кимәлде тағы ла төшөрөү һәм бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе һигеҙ һәм унан күберәк балалы ғаиләләргә биреү күҙаллана.
Йыл һайын ошондай түләүҙәргә сығым Башҡортостанда 23,6 миллион һум тәшкил итәсәк.
Әлеге ваҡытта республикала һигеҙ һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән 47 ғаилә иҫәпләнә.
“Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында”ғы закон үҙ көсөнә ингән мәлдән бындай льготаны Башҡортостанда 85 ғаилә алды.
Бөтә республика буйынса әле 45 мең ишле ғаилә йәшәй. Уларҙан яҡынса 24 меңе төрлө социаль ярҙам саралары менән файҙалана.