4 – 10 октябрҙә Бөтә донъя космос аҙналығы уҙа. Әһәмиәтле ваҡиға уңайынан Өфө планетарийы халыҡҡа бүләктәр әҙерләгән.
Аҙналыҡтың тарихы кешелек өсөн мөһим мәлдәргә бәйле: 1957 йылдың 4 октябрендә СССР Ерҙең беренсе яһалма юлдашын орбитаға сығара, ә 1967 йылдың 10 октябрендә Дәүләттәрҙең йыһан киңлеген, шул иҫәптән Ай һәм башҡа күк есемдәрен өйрәнеү һәм файҙаланыу буйынса эшмәкәрлек принциптары тураһындағы килешеү үҙ көсөнә инә.
4 октябрҙә киске сәғәт 7-лә – билдәле йыһан популяризаторы Филипп Тереховтың “Йыһан: романтиканан реализмға”, ә 5 октябрҙә киске сәғәт 6-ла БР халыҡ мәғарифы отличнигы, йыһан мәктәбе етәксеһе Алексей Алликастың “Йыһан менән тоташыу” лекциялары башлана. Бушлай сеанстар тураһындағы мәғлүмәтте Өфө планетарийы сайтында ҡарағыҙ. Билеттар таратыла башлаған, ашығығыҙ.