Башҡортостанда айлыҡ уртаса эш хаҡы 18 427,4 һум тәшкил итә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов алып барған Республика социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы комиссия ултырышында хәбәр ителеүенсә, был йәһәттән илдең башҡа төбәктәре араһында ҡырҡынсы урындан да аҫҡараҡ тәгәрәгәнбеҙ.
Фәҡирлектә йәшәүселәр һаны ла арта ғына бара. Мәҫәлән, 2009 йылда хеҙмәткәрҙәрҙең 7 процент самаһы йәшәү минимумынан түбәнерәк эш хаҡы алһа, былтыр ундайҙарҙың һаны 12,2 процентҡа еткән.
— Беҙҙә һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәт өлкәһенең — һәр алтынсы, белем биреү системаһының — һәр дүртенсе, ауыл хужалығының һәр өсөнсө хеҙмәткәре ярлылыҡта йәшәй, — тине Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы рәйесе урынбаҫары Валерий Апокин.
Ҡайһы бер ойошма хужалары барлы-юҡлы эш хаҡын да тотҡарлап маташа. 2012 йылға ҡарай хеҙмәткәрҙәр алдындағы бурыстар, бер йылда 28 процентҡа артып, 111,5 миллион һумға еткән. Айырыуса сәнәғәт, төҙөлөш һәм ауыл хужалығында хәлдәр мөшкөл.
Комиссия ултырышында ошо һәм башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын эҙләү ҡыҙыу фекер алышыуға әүерелде. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Хөкүмәте, Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы һәм БР эш биреүселәр берләшмәләре араһындағы Республика килешеүенә үҙгәрештәр индерергә, эш биреүселәргә талаптарҙы ҡәтғиләштерергә тигән һығымта яһалды.
Н. ХӘСӘНОВА.