Октябрь аҙағында Роскомнадзор илдең 45 төбәгендә мәктәптәрҙе тикшерергә йыйына. Унда барлығы 18 мең самаһы уҡытыусының һөнәри оҫталығы, эш алымдары баһаланасаҡ.
– Быны эш барышындағы ғәҙәти сара тип ҡабул итергә кәрәк. Уҡытыусыларға хәүефләнеү өсөн урын юҡ. Тикшереү мәғариф өлкәһендәге “аҡ таптарҙы” асыҡларға ярҙам итәсәк, – тип белдерҙе Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. – Мәғарифты тикшереү органы менән күптән, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә вице-премьер булған ваҡыттан, хеҙмәттәшлек итәм. Ул – заманса, мобиль хеҙмәт. Беҙҙә бит табиптар биш йылға бер тапҡыр үҙҙәренең һөнәри оҫталығын раҫлай.
Мәғарифта ла шулай булырға тейеш. Уҡытыусының һөнәри яраҡлылығы – уға хөрмәтте билдәләүсе төп күрһәткестәрҙең береһе. Әгәр ул Берҙәм дәүләт имтиханы эштәрен “өс”кә лә башҡармай йәки диктантты хатаһыҙ яҙа алмай икән, нисек итеп беҙ балаларға юғары талап ҡуя алабыҙ?
Сенатор уҙған быуаттың 90-сы йылдарында “ялған” дипломдар һатыуға бәйле күңелһеҙ хәлдәр тураһында ла телгә алып үтте.
– Әле хәлдәр үҙгәрә, әммә мәғариф өлкәһенә белем йәһәтенән әллә ни алдырмаған быуын вәкилдәре килеп өлгөрҙө, шуға күрә тикшереүҙәр кәрәк. Кемдәр һөнәренә тоғро ҡалырға, артабан үҫергә теләй, уларға етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү, хаталарын төҙәтеү йәһәтенән ярҙам итеү зарур. Ә инде балалар менән эшләй белмәгәндәр, төплө белем бирә алмағандар мәктәп менән хушлашырға тейеш, – тип билдәләне Лилиә Салауат ҡыҙы.