Рәсми сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, республикала аҙна аҙағына ҡәҙәр ямғыр яуасаҡ.
Бөгөн, 5 октябрҙә, көндөҙ һауа температураһы 12 градус йылы булыр тип көтөлә, кискә иһә етегә тиклем төшәсәк. Ямғыр араһында ҡояш та күренеп ҡалыр. Иртәгә һәм иртәнән һуң иһә күк йөҙө болотло булыр. Шәмбе ямғыр бер аҙ туҡтап торһа, йәкшәмбе кире көсәйер тип көтөлә. Һауа температураһы – уртаса 11-12 градус йылы.