“Бөрйән” туристик-рекреация кластерын үҫтереү маҡсатында федераль ҡаҙнанан 200 миллион һум аҡса күсереләсәк. Республика бюджетынан 25 миллион һум өҫтәләсәк.
2021 йылда был финанс төбәктә юл, электр, һыу һәм газ үткәргестәрен төҙөүгә йүнәлтеләсәк. Проекттың инвестиция күләме – өс миллиард һум тирәһе. Инвестор булған “Юлбарыҫ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күп йылдар дауамында Бөрйән һәм Күгәрсен райондарында туризм өлкәһендә эш алып бара.
“Бөрйән” кластеры Бөрйән, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондары биләмәһен үҙ эсенә ала. Төп туристик объекты – Шүлгәнташ мәмерйәһе.