Кемдәр эш таба алмай?04.10.2018
“ХэдХантер” компанияһы эксперттары Башҡортостанда ниндәй һөнәр эйәләренә эш табыуы ауырыраҡ икәнен асыҡлаған.

Баҡтиһәң, автомобиль бизнесы, эшсе көстәр, компьютер хеҙмәтләндереүе, страховкалау, консультация биреү өлкәләрендә мәшғүллек мәсьәләһе киҫкен түгел. Уларҙа уртаса хеҙмәт хаҡы – 27-40 мең һум. Ә бына тәбиғи байлыҡ сығарыу тармағында конкурентлыҡ көслө. Эш хаҡы 60 мең һум тирәһе тәшкил итә.

Волга буйы федераль округында Ырымбур өлкәһендә эш табыуы иң ҡыйыны булһа, Удмуртияла – иң еңеле. Башҡортостан был исемлектә өсөнсө урында тора, бер вакансияға 5,4 резюме тура килә.




Вернуться назад