Сабир Йыһаншин вафат булды04.10.2018
Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Сабир Шәйәхмәт улы Йыһаншин вафат булды.

Ул 1924 йылда Учалы районының Мансур ауылында тыуған. 1942 йылда Учалы урта мәктәбен тамамлағас та Бөйөк Ватан һуғышына алынған.

Фашистик Германияны еңеп тыуған яғына ҡайтҡан егет Магнитогорск педагогия институтында уҡыған, ябай уҡытыусынан алып директор вазифаһына хәтлем үрләгән. 1971–1985 йылдарҙа БАССР-ҙың Мәғариф министры булып эшләгән.

Сабир Йыһаншиндың яҡындарының, туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.


Вернуться назад