– Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығын үҫтереүгә ҡаҙнанан бүленгән аҡса күләме ҙур, быға тиклем ундай кимәлдә иғтибар булғаны юҡ ине әле, – тине Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин. Был турала ул Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы коллегияһының ултырышында белдерҙе.
Ысынлап та, был һүҙҙәр дөрөҫлөккә тап килә. Быйыл тармаҡтағы хәлде яҡшыртыу буйынса республика программаларын финанслау һиҙелерлек артасаҡ. Быны һандар ҙа дәлилләй. Мәҫәлән, коммуналь объекттар төҙөүгә — 740,9 миллион һум, коммуналь хужалыҡты ҡышҡы миҙгелгә әҙерләүгә 617,4 миллион һум бүлеү күҙ уңында тотола.
Сарала быйылғы йылытыу миҙгеленә лә йомғаҡ яһалды. Ултырышта билдәләнеүенсә, ҡыш был йәһәттән һиҙелерлек хоҡуҡ боҙоуҙарға һәм коммуналь системаларҙың эшендә өҙөклөктәргә юл ҡуйылмаған, сөнки йылытыу миҙгеленә әҙерлек буйынса саралар тулы кимәлдә һәм ваҡытында башҡарылған.
Шулай уҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың ҡорамалдары һәм инженер селтәрҙәренең торошо буйынса ла айырым әйтелде. Мәҫәлән, республиканың иҫкергән йылытыу селтәрҙәре күләме 56 процентҡа етә, һыу торбаларыныҡы ла шул кимәлдә. Былар, әлбиттә, өҫтәмә сығымдарға килтерә.
Күп фатирлы йорттарҙы иҫәпләү приборҙары менән тәьмин итеү эштәренә лә йомғаҡ яһалды. Бөгөнгә республикала ошондай 41 913 прибор ҡуйылған да инде. Федераль законға ярашлы, был эш 1 июлгә ҡәҙәр тамамланырға тейеш.
Әлбиттә, бөтәһенең дә күңелен ҡырған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Министр уларға айырым туҡталып үтергә мәжбүр булды. Мәҫәлән, ҡайһы бер райондарҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙәр буйынса бурыстарҙың күплеге борсолоу тыуҙыра.
З. РӘШИТОВ.