Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 6 октябрҙән автомобилдәрҙе теркәүҙең яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инә.
Хәҙер автомобиль хужаларына транспорт сараһын электрон паспорт нигеҙендә иҫәпкә ҡуйырға мөмкин. Ғәҙәти ҡағыҙ ПТС-тар ҙа ғәмәлдә ҡала, әммә теләге булғандар уларҙы электрон документҡа алмаштыра ала. Әгәр ул юғалһа йәки сафтан сыҡһа, теләк буйынса ҡағыҙ йәки электрон паспорт алырға мөмкин. Ә киләһе йылдың 1 ноябренән электрон ПТС-тар бөтә яңы автомобилдәр өсөн мотлаҡҡа әйләнәсәк.
Дәүләт номерын һаҡлау ваҡыты 180 тәүлектән 360-ҡаса оҙайтыла. Ошо ваҡыт дауамында ЮХДДИ автомобилегеҙҙең дәүләт теркәүе пластинаһын бушлай һаҡларға һәм һеҙҙең теләккә ярашлы яңы транспорт сараһына бирергә тейеш.
Бынан тыш, транзит номерҙарының яраҡлылыҡ ваҡыты 20 тәүлектән 30-ға тиклем оҙайтылды.