Стәрлетамаҡ ҡалаһын төҙөкләндереү буйынса эш гөрләй. Мәҫәлән, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса Хоҙайбирҙин урамында йәйәүлеләр зонаһын матурлау мәшәҡәттәре тамамланып килә. Унда шәмдәл, шар һәм башҡа архитектура объекттары урынлаштырылған. Юлға асфальт түшәлә, был урын велосипедта елдерергә яратыусылар өсөн дә ҡулайлаштырылған.
Бынан тыш ҡаланың Ашҡаҙар аръяғы биҫтәһендә ял итеү урыны асылды. Ул күл буйында урынлашҡан, үҙәгендә ҡош һыны ҡуйылған. Төҙөкләндереү эштәре бюджеттан тыш аҡсаға башҡарылған.
Ҡалала шулай уҡ көҙгө экологик өмәләр ҙә башланып тора. Беренсеһендә үк 100 тоннанан ашыу сүп-сар сығарылған да инде.