Киҙеүгә ҡаршы прививка яһаттыңмы?04.10.2018
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтеү буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” ойошторҙо.

1 – 15 октябрҙә көн дә иртәнге сәғәт 10-дан 4-кә тиклем 8-800-700-90-30 телефоны аша был тема буйынса һорауҙар бирергә мөмкин. Вакцинациялауҙың файҙаһы ниҙә, уның составына ниндәй штамдар инә, прививканы ҡайҙа эшләтергә була, уны башҡа төрлөләре менән бер ваҡытта яһатырға мөмкинме – ошо һәм башҡа һорауҙарға белгестәр тулы яуап бирәсәк.

Сентябрь аҙағына республикала 15 процент ҡына кеше киҙеүҙән вакцина һалдырған. Был ғәмәлгә бөтәһе 1,6 миллион граждан йәлеп ителәсәк.




Вернуться назад