Билдәле спортсы, художестволы гимнастика буйынса күп тапҡыр чемпион булған милләттәшебеҙ Ләйсән Үтәшева үҙенең шатлығы менән уртаҡлашты. Яҡташыбыҙҙың өләсәһе һәм олатаһы Зөбәржәт менән Солтангәрәй Кираевтар бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тулыуҙы билдәләгән.
Әлшәй районында ғүмер кисергән Кираевтар – өлгөлө ғаилә. Береһе – сауҙа өлкәһендә, икенсеһе райондың етәкселек органдарында яуаплы вазифаларҙа эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Улар хаҡында беҙҙең гәзиттә былтыр күләмле яҙма ла донъя күргәйне.
“Нәнәйем һәм ҡартатайым гәүһәр туйҙарын үткәрҙе. Ҡәҙерлеләрем, һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйем һеҙгә!” – тип яҙған ул “Инстаграм”дағы сәхифәһендә. Шунда уҡ байрамдан һикһән йәште уҙған олатаһы бейеүенең видеояҙмаһын да һалған: “Бейеү минең ҡанымда!”
http://holland-dvorik.info