Өфө – Белорет – Абҙаҡ автомобиль юлын илдә сәйәхәтселәр өсөн иң шәп маршрут тип тәҡдим итә Tvil.ru cәйәхәт хеҙмәте. Тәүге бишәү иҫәбенә йәнә Алтайҙағы Чуя тракты, Карелиялағы Олонец – Сортавала юлы, Кавказдағы Хәрби-Сухум шоссеһы һәм Хабаровскиҙағы Лидога – Ванино арауығы ингән.
Рейтингты төҙөүселәр сәйәхәтселәргә Башҡортостандағы был юл йүнәлешендә иҫ киткес матур тәбиғәт күренештәрен вәғәҙә итә, шулай уҡ тауҙарҙағы киҫкен боролоштар, ҡатмарлы участкалар, хәүефле “ҡәйнә теле” тураһында иҫкәртә.