Көньяҡ төбәктәрҙә – йәй һулышы04.10.2018
Бөгөн республикала юлдарҙа айырым участкаларҙа томан булһа ла, башлыса аяҙлы-болотло матур көн тора. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә. Көндөҙ һауа температураһы +13…+18 градус.

Ә бына көньяҡ-көнсығыш райондарында яуым-төшөмһөҙ. Уның ҡарауы, төнөн һауа температураһы 0 градусҡаса түбәнәйәсәк.

Көньяҡ төбәктәрҙә көндөҙ +23 градусҡаса йылытып, тәбиғәт йәй һулышы бүләк итәсәк.



Вернуться назад