Тиҙ йөрөшлө поездарҙа еләсәкбеҙ03.10.2018
Яҡын киләсәктә Өфө аша тиҙ йөрөшлө поездар йөрөйәсәк. Әле Рәсәйҙә ике генә тиҙ йөрөшлө маршрут бар: “Мәскәү – Санкт-Петербург” һәм “Мәскәү – Түбәнге Новгород”. Уларҙы 16 “Сапсан” хеҙмәтләндерә.

Киләһе йыл йәнә 11 состав һатып алынасаҡ. Улар башҡа йүнәлештәрҙә лә юлға сығасаҡ. 2030 йылға тиклем ете мең километр оҙонлоҡтағы 50 шундай тиҙ йөрөшлө маршрут һалынасаҡ. Төп проекттар – “Мәскәү – Ҡазан – Екатеринбург” (уға Өфө менән Силәбе ҡалалары ла инәсәк), “Мәскәү – Санкт-Петербург”, “Мәскәү – Сочи”.

Мәскәү – Ҡазан юлы быйыл уҡ проектланып бөтәсәк. Ул Ҡытай менән Европаны бәйләгән тиҙ йөрөшлө “Евразия” коридорының тәүге участкаһы буласаҡ.




Вернуться назад