Республиканың төньяғында ваҡыт-ваҡыт ямғыр яуһа ла, бөгөн күп кенә төбәктәрҙә һауа торошо йылы тора. Температура +14...+19 градус. Ел көньяҡ-көнбайыштан. Төнөн һыуыта, таулы райондарҙа -3 градусҡаса.
Иртәгә урыны-урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар көтөлә. Көндөҙ һауа температураһы +13…+18, республиканың көнсығышында +21 градусҡаса буласаҡ.